БАДЕР Отто Николаевич (29.6.1903, Полтава губ. Александровский а. — 2.4.1979, Мәскәү), археолог. Тарих ф. д‑ры (1964). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1926) ш. уҡ ун‑ттың Антропология ин‑тында, 1933 й. алып Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. Мәскәү бүлегендә эшләй. 1944 й. башлап Түбәнге Тагил тыуған яҡты өйрәнеү музейы ғилми хеҙм‑ре, 1946 й. — Пермь ун‑ты уҡытыусыһы, 1955 й. — СССР ФА‑ның Археология ин‑ты (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре археологияның, палеоантропологияның дөйөм мәсьәләләренә, таш быуатты, бронза быуатын өйрәнеүгә, фин‑уғыр ҡәбиләләренең формалашыу мәсьәләләренә арналған. 60—70‑се йй. Башҡортостанда палеолит—иртә тимер быуат ҡомартҡыларын (Мораҙым тораһы һәм яҙыуы, Урта Түбә, Шүлгәнташ һ.б.) өйрәнеүсе Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Кама археологик экспедицияларына етәкселек итә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Древнейшие металлурги Приуралья. М., 1964; Каповая пещера. Палеолитическая живопись. М., 1965.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика