“УРЫҪ ХАЛҠЫ СОЮЗЫ” (УХС), 1905—17 йй. Рәсәйҙә уң монархистарҙың ҡара груһсылар партияһы. Нояб. С.‑Петербургта ойошторола. Милли төбәктәргә дәүләт үҙаллылығы бирмәйенсә Рәсәй империяһының берҙәмлеге һәм бүлгеләнмәүе өсөн сығыш яһаған. Ваҡытлы хөкүмәттең 1917 й. февр. күрһәтмәһе м‑н тыйыла. Баҫма органы — “Русское знамя” (“Урыҫ байрағы”) гәзите. УХС‑тың Баш советы рәйесе — А.И.Дубровин. Башҡортостанда 1906 й. 26 нояб. Өфө батша һәм халыҡ урыҫ йәмғиәте, Өфө патриотик һәм Өфө тимер юл оҫтаханалары мастеровойҙары һәм эшселәренең патриотик йәмғиәттәре ҡушылыуы һөҙөмтәһендә УХС‑тың Өфө губерна бүлеге төҙөлә. Бөрө, Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә ҡҡ. УХС‑тың өйәҙ бүлектәре асыла. Өфө губ. 1906—07 йй. партияла 4,5 меңгә яҡын кеше торған. УХС‑тың Өфө губ. ағзалары революционерҙар әҙерләгән забастовкаларҙы булдырмаҫ өсөн власть органдары м‑н хеҙмәттәшлек иткән, Бәләбәй өйәҙ земствоһы һәм Минзәлә ҡала думаһының урындағы үҙидара органдарында етәксе урындарҙы биләгән. 1907 й. партия тарафынан Өфөлә түләүһеҙ башланғыс мәктәп асыла. УХС‑тың Өфө губерна бүлеге рәйестәре: К.А.Лаптев (1906 й. алып), Г.А.Бусов (1907—17).

Әҙәб.: М а к с и м о в К.В., Ш а л а г и н а С.В. Консервативно-монархическое движение в Уфимской губернии (1905—1917 гг.). Уфа, 2007.

К.В.Максимов, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев