ТӨНЬЯҠ ЗАВОДЫ, 1735 й. Себер даруғаһының Терһәк, Һалйот һәм Һеңрән улустары башҡорттарының ерҙәрендә Төньяҡ й. (Кама й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна, 1759 й. алып А.Ф.Турчанинов, 1787 й. һәм 1864 й. — Турчаниновтар (1832—61 йй. П.Д.Соломирский, 1896—1912 йй. Д.П.Соломирский м‑н бергә), 1861 й. — ҡаҙна, 1912 й. — Сысәрт тау округының акционерҙар йәмғиәте; 1917 й. национализациялана. Сысәрт тау округына ингән. 1739 й. эшләй башлай. Ялан заводы эргәһендә ярҙамсы завод булып торған. 3 сүкеш ф‑каһы, 10 крица, 2 якорь горны, 5 крица һәм 1 якорь сүкеше булған, 19 б. башында ш. уҡ 2 якорь горны, 2 сүкеше, мейесе һәм быраулау станы теркәлгән. Тәүҙә заводта 264 мастеровой һәм эшсе кеше, 19 б. башында 590 крәҫтиән иҫәпләнә. 1890 йй. пудлингылау индерелә. 1760 йй. заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәрҙең сыуалышы була. Т.з. баҙаһында “Төньяҡ торба заводы” ААЙ төҙөлә. Хәҙ. завод ҡасабаһы терр‑яһы Полевской ҡ. эсенә инә.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.