“ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ”, 1807—14 йй. Наполеон һуғыштары осоронда француздар тарафынан башҡ. яугирҙарына ҡарата бирелгән атама. Рус-прусс-француз һуғышы (180607) аҙағында француздарҙың Веллау ҡ. янындағы алышта башҡ. атлы ғәскәрҙәре м‑н тәүге осрашыуынан һуң таралған. Шул осорҙа Европа мәҙәниәтендә өҫтөнлөк иткән ампир стиле йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән. Йәйә, уҡ м‑н ҡоралланған башҡорттарҙы француздар антик илаһы Амур м‑н сағыштырған. Был атама ш. уҡ Ватан һуғышы (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтары (181314) ваҡытында ҡулланылған. 1814 й. Париж халҡы башҡорттарҙы “Себер амурҙары” тип тә атаған.

Әҙәб.: Р а д о ж и ц к и й И.Т. Походные записки артиллериста с 1812 по 1816 год. Ч.3. 1814‑й год. Война во Франции. М., 1835; Х а м м а т о в Я.Х. Северные амуры: роман. М., 1987; Д а в ы д о в Д.В. Тильзит в 1807 году //Башкирия в русской литературе. Т.1. Уфа, 1989.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018