ҮРЕҮ, әйберҙәрҙе төрлө һығылмалы, сүсле материалдарҙан (сыбыҡ, йүкә, һалабаш), күндән һ.б. эшләү ысулы. Башҡорттарҙыңтрадицион шөғөлө. Ү. төрҙәре һәм үҙенсәлектәре Башҡортостандыңтәбиғәт һәм климат шарттары, хужалыҡ итеүҙең традицион формалары (солоҡсолоҡ, игенселек, күсмә малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡһ.б.), көндәлек тормош рәүеше м‑н бәйле булған. Тал һәм муйыл сыбығынан Ү. урман-дала тәбиғәт зонаһында, күбеһенсә Ағиҙел, Дим йй. буйында һәм Урал аръяғында таралған. Йомортҡа, ҡорот һаҡлау өсөн, иген, еләк һ.б өсөн балсыҡ м‑н һыланған ҙур кәрзиндәр (сыт), ҙур шешә өсөн формалар, йорт ҡоштарына оялар, балыҡ тотор өсөн ау, ситән арба, кашауай арба (ҡара: Егеүле транспорт) өсөн кузов, арҡа тоғо (мөшкә) һәм һунарға барғанда аҙыҡ-түлек һала торған ҡап (алап), ашамлыҡ һаҡлай торған кәрзиндәр, сабата, ҡайһы бер райондарҙа солоҡсолоҡта ағасҡа менеү өсөн ҡайыш (кирәм) һ.б. үргәндәр. Шулай уҡ йәш тал сыбығын (төньяҡ райондарҙа – муйылдыҡын) айырып, юнып, әйбер һаҡлау өсөн кәрзин һәм бирнә һандығы (юҡты) эшләгәндәр. Ағиҙел й. урта ағымы буйында ҡатын-ҡыҙ шөғөлө һаналған септә Ү. айырым һөнәрҙәр(ҡара: Һөнәрселек) рәтенә ингән. Таулы-урманлы төбәктәрҙә ат егеү кәрәк-ярағы әҙерләү өсөн йүкә һуйып һалабаш һалғандар. Нигеҙен ярым күсмә малсылыҡ тәшкил иткән хужалыҡты алып барыу күндән Ү. эшенең (ҡара: Күн эше) киң таралыуына булышлыҡ иткән. Бигерәк тә өс ҡайышты бергә ҡушып Ү. йыш ҡулланылған: унан сыбыртҡы, ҡамсы, йүгән, ҡамыт-дуға (күмелдерек һәм ҡойошҡан), кирәм эшләгәндәр. Ҡамсыны 5, 7, 9 һәм күберәк ҡайыштан үргәндәр, үҙәге 3 йәки 4 ҡайыштан торған. Сыбыртҡы өс өлөштән торған: беренсеһен — 8, икенсеһен — 6, өсөнсөһөн 4 ҡайыштан үргәндәр. Әйберҙәрҙе ҡайыштан яһалған геом. һәм үҫемлек орнаменттары м‑н биҙәгәндәр. Ҡайһы ваҡыт йүгән, дилбегә, нуҡта кеүек әйберҙәрҙе ат ҡылынан үргәндәр. Кесерткән йәки киндер ебенән балыҡ тотор өсөн ау, йылым, һөҙгө һ.б. эшләгәндәр. Урал аръяғында яҫы япраҡлы екән һабағынан септә, кәрзин һәм бау үргәндәр. Ү. оҫталары әйберҙе кемдеңдер үтенесе б‑са йәки йәрминкәлә һ.б. урында һатыу өсөн эшләгән. 19 б., тауар-аҡса мөнәсәбәттәре үҫешеү сәбәпле, Ү. ҡайһы бер төрҙәре һөнәрселек кәсебенә (мәҫ., һалабаш һалып септә, ҡап, кәрзин һәм бирнә һандыҡтары, сабата үреү һ.б.) әйләнеп китә. 20 б. уртаһында БР‑ҙа Ү. эше яңынан тергеҙелә башлай (ҡара: Биҙәү-ҡулланма сәнғәте).

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика