УҪЫ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Ҡазан губернаһының Пермь наместниклығы составында ойошторолған. Өйәҙгә Пермь провинцияһының көньяҡ-көнсығыш һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшө ингән. 1796 й. Пермь губернаһы составына инә. 19 б. аҙ. төньяҡ-көнбайышта Оханск өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта – Пермь һәм Көңгөр өйәҙҙәре, көнсығышта – Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта – Өфө губернаһы, көнбайышта Вятка губернаһы м‑н сиктәш булған. Адм. үҙәге – Уҫы ҡалаһы. Майҙаны — 19245 км2. Халҡы: 1897 й. — 321774 кеше (башҡорттар — 34407, татарҙар — 13690, типтәрҙәр — 1614, удмурттар — 5907, урыҫтар — 266020 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 314931 крәҫтиән, 4903 мещан, 472 дворян һ.б.; 49891 мосолман, 266049 православие динен тотоусы, ш. иҫ. 46144 старообрядсы, иҫәпләнгән. Идара итеүҙеңкантон системаһы индерелеү м‑н, У.ө. биләмәләрендә 1‑се башҡ. кантоны ойошторолған. 1869 й. өйәҙ 4 станға, 39 улусҡа бүленгән. 1834 й. башҡорттарҙың күпселеге – 37 (Ғәйнә һәм Ҡыр-Танып улустары), 1869 й. 49 ауылда йәшәгән. Халыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында Камбарка заводы, 5 таҡта ярыу, 4 тире иләү, 3 шарап ҡыуыу, һыра ҡайнатыу з‑дтары, балсыҡ һауыт-һаба ф‑каһы эшләгән. Йыл һайын 15 йәрминкә үткәрелгән. 70 часовня, 55 сиркәү, 46 мәсет иҫәпләнгән (1869). У.ө. 1923 й. бөтөрөлгән, биләмәләре Урал өлкәһе составына ингән.

Әҙәб.: Пермская губерния. Список населённых мест по сведениям 1869 года. СПб., 1875; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин