УҪЫ ДАРУҒАҺЫ, 16 б. аҙ. Өфөөйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. Ырымбур губернаһы составына ингән (ҡара: Даруға). 17 б. аҙ. Төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта Ҡазан өйәҙе, көнсығышта – Себер даруғаһы, көньяҡта – Нуғай даруғаһы, көньяҡ-көнбайышта Ҡазан даруғаһы м‑н сиктәш булған. У.д. 1725—26 йй. — 4 башҡ. улусы һәм 2,1 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 й. 3 улус (Ғәйнә, Ирәкте, Уран) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүленеү индерелеү м‑н, 1781 й. У.д. биләмәләрендә Бөрөөйәҙенең, Уҫы өйәҙенең, Өфөөйәҙенең бер өлөшө булдырылған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, тамам бөтөрөлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин