УЛТЫРАҠ ТОРМОШ, хужалыҡ итеү (башлыса игенселек) йәки етештереү (һөнәрселек) барышында оҙаҡ ваҡыт йәшәү урынын алмаштырмай бер терр‑яла йәшәгән халыҡтың йәшәү рәүеше. Кешенең төрлө тәбиғәт шарттарында таралып ултырыуы һәм ҙур терр‑яларҙы үҙләштереүе төрлө күсеп йөрөү м‑н үҫешкән хужалыҡ‑мәҙәни типтар формалашыуы, хужалыҡ эшмәкәрлеге һәм халыҡтың көнкүреше м‑н бергә үрелеп барған. Бер хужалыҡ‑мәҙәни типтан нигеҙендә игенселек ятҡан икенсе типҡа — ултыраҡ тормошҡа күсеү бер нисә мең йылдарға һуҙылған оҙайлы процесс булған. Тәүҙә күсмә малсылыҡтан ярым күсмә малсылыҡҡа күсеү эволюцияһы була, халыҡ даими йәшәгән торамалар барлыҡҡа килә, бесән сабыу эше үҫешә, һунар кәсебенең һәм солоҡсолоҡтоң әһәмиәте арта. Күсмә тормош алып барыу төньяҡ урмандарҙа (һунар кәсебе), тундрала (болансылыҡ) һәм дала зоналарында (күсмә малсылыҡ) оҙаҡ һаҡланған. Археологик тикшеренеү мәғлүмәттәре б‑са, иртә тимер быуат осоронда Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел йй. буйҙарында Көньяҡ Урал дала зоналарында көн иткән күсмә ҡәбиләләр м‑н бергә, У.т. алып барған ҡәбиләләр ҙә йәшәгән. У.т. хас хужалыҡ әйберҙәре (балсыҡ көршәк, орсоҡбаш, ҡойоу формаһы ватығы, бронза бысаҡ, уҡ башағы, һөңгө осо, кельт балталары һ.б.) табылған күп торамалар һәм ҡаласыҡтар һаҡланған. Башҡорттар күбеһенсә ярым күсмә тормош алып барған, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен үҙләштереү киң ҡолас ала (заводтар, ҡалалар, ҡәлғәләр төҙөү өсөн тартып алына), керҙәшлек ин‑ты булдырыла, хөкүмәт тарафынан аҫаба халыҡты игенселек һәм У.т. алып барырға мәжбүр иткән төрлө саралар (Ырымбур сик һыҙығы төҙөү, идара итеүҙең кантон системаһы индереү һ.б.) үткәрелә. Артабан У.т. алып барыу рәүеше башҡорт общинаһының төҙөлөшөнә һәм эшмәкәрлегенә, ер биләүселегенә, хужалығына, матди һәм рухи мәҙәниәтенә һ.б. ҙур йоғонто яһаған. Сәнәғәт үҫеше һәм индустриаль йәмғиәттең барлыҡҡа килеүе У.т. үҫешенең яңы баҫҡысына алып килгән. 20 б. ҡалаларҙың һәм ултыраҡ ауылдарҙың сағыштырма һаны киҫкен артҡан. Ултыраҡ тормош алып бармаған, күсеп йөрөгән халыҡ һаны (күскенселәр, һунарсылар, емеш‑еләк йыйыусылар) һуңғы 50 йылда 3 тапҡырға кәмегән.

Әҙәб.: Ш а я х м е т о в Ф.Ф. Между Великой Степью и оседлостью: процессы седентаризации башкир и распространения земледелия в XVII—XIX вв. Уфа, 2005.

Ф.Ф.Шәйәхмәтов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018