УҪЫ, ҡала (1708—19 йй. һәм 1737 й. алып), Уҫы һарай улусының (1719 й. алып), Уҫы өйәҙенең (1781—1923) адм. үҙәге. 1591 й. Өфө өйәҙенең төньяҡ-көнбайышында Кама й. һул ярында, уға Уҫы й. ҡойған ерҙә (боронғо торама урынында) Яңы Никольск биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына. 17 б. башынан Уҫы даруғаһы терр‑яһында Уҫы биҫтәһе (йылға исеме м‑н аталған) нығытылған торамаһы. 1719—37 йй. Өфө провинцияһы составындағы биҫтә була. 1737 й. У. Сарапул а. тиклем һарай улустары һәм башҡорттарҙың Ғәйнә улусы ҡушыла. У. ҡала воеводаһы идара иткән, ул үҙ сиратында Өфө провинцияһы воеводаһына, 1744 й. алып Ырымбур губернаторына буйһонған. 1772 й. 989 йортта 7783 кеше йәшәгән. 1847 й. — 1900, 1897 й. 5067 кеше иҫәпләнгән. Халҡы башлыса игенселек, һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән. 19 б. уртаһында 2 тире иләү, септә (тоҡ), шырпы ф‑калары, 2 кирбес һуғыу, һабын ҡайнатыу, туң май иретеү з‑дтары эшләгән. 1870 й. мәхәллә уч‑щеһы, земство дауаханаһы, 2 сиркәү булған; 20 б. башында мәсет, Троицк соборы төҙөлгән. 16—18 бб. У. аша Өфөгә һәм Көнбайыш Себергә сауҙа юлдары үткән (Бөрө, Воткинск һәм Көңгөр тракттары). 18 б. башында У. — хәрби ҡәлғә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда 1773 й. дек. халҡы баш күтәреүселәргә ҡушыла, ҡала Уҫы-Сарапул баш күтәреүселәр үҙәгенә әүерелә, 1774 й. апр. хөкүмәт ғәскәрҙәре тарафынан алына, июндә И.Н.Белобородов һәм Салауат Юлаевтың баш күтәреүселәр отрядтары тарафынан ҡамала, Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәре тарафынан баҫып алына, һуңыраҡ кире хөкүмәт ғәскәрҙәре яулап ала. Граждандар һуғышы ваҡытында 1918 й. мартында — Себер армияһы, 1919 й. июнендә РККА‑ның Икенсе армияһы частары ҡулында була. 1922 й. бында Уҫы уҡсылар бригадаһы урынлашҡан. 1923 й. У. Урал өлкәһе составына инә. Хәҙ. Пермь крайында район үҙәге.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.