ТРАДИЦИОН БАШҠОРТ ҮЛСӘМДӘРЕ, башҡорттар тарафынан көнкүрештә, сауҙа эшендә һәм хужалыҡта ҡулланылған үлсәү саралары. Саҡрым, аҙым, ая, ҡарыш (һөйәм) — оҙонлоҡ үлсәме, мыҫҡал (4,26 г), ҡаҙаҡ (409,5 г), бот (16 кг) ауырлыҡ үлсәме булған. Бөртөклө һәм шыйыҡ матдәләр төрлө ҙурлыҡтағы һәм формалағы һауыттар (батман, һаба, мортай, туҫтаҡ, күнәк, силәк, тәпән һ.б.; ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы) м‑н үлсәнгән.

Н.Ф.Суфиянова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018