ТИРМӘН, төрлө материалдарҙы ваҡлау машинаһы. Т. эшләү принцибына ҡарап, 1) барабанлы (шарлы, таяҡлы, ҡырсынташлы, үҙенән‑үҙе ваҡлаусы һ.б.); 2) тәгәрмәсле, яҫмалы, ҡулсалы, ышҡылыусы‑шарлы, ике таш тәгәрмәсле; 3) сүкешле (шахталы), бармаҡлы (дезинтеграторҙар); 4) корпусы тирбәлеп эшләүсе вибрацион; 5) көслө һауа ағымы ярҙамында эшләүсе, аэродинамик (ваҡлағыс өлөшө булмай); эш тиҙлегенән сығып – яй, уртаса һәм тиҙ эшләүсе; ҡулланған энергияға бәйле ел, һыу, электр һ.б. ярҙамында эшләгән төркөмдәргә бүленә. Файҙалы ҡаҙылмалар байыҡтырыу эшендә, цемент, керамика, лак‑буяу материалдары етештереүҙә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә һ.б. файҙаланыла. Т. иң боронғо төрө — киле, һуңыраҡ кешенән (ҡул Т.) йәки хайуандан (ат Т.) физик көс талап иткән таш Т. барлыҡҡа килә. 12 б. башлап һыу һәм ел, 19 б. алып пар м‑н эшләгән Т. төҙөлә башлай. Башҡорттар ҡул м‑н һыу Т. ҡулланған. Ағас Т. диам. 40—70 см, бейеклеге 25—30 см ҡайындан эшләнгән 2 түңәрәктән торған. Аҫҡы түңәрәктең өҫтө ҡалҡыу, ә өҫкөһөнөң аҫты батынҡы итеп эшләнгән, аҫҡы түңәрәктең уртаһына тимер кендек, өҫкөһөнә махсус тотҡа беркетелгән. Игенде яҡшы онтау өсөн Т. бер‑береһенә ышҡыла торған урындарына ваҡ металл өҫтәмәләр ҡағып сыҡҡандар. Өҫкө түңәрәктең ярығына иген йәки кипкән емеште һалғандан һуң, Т. ҡул м‑н әйләндерелгән. Т. аҫтына быҙау, кәзә йәки ҡоралай тиреһе түшәгәндәр. Таш Т. ҡомташтан эшләнгән, төҙөлөшө б‑са ул ағас Т. оҡшаған, ләкин бәләкәйерәк (диам. 36—46 см, бейеклеге 10—12 см) булған, ҡайһы берҙә ағас таяуға ҡуйылған. Таш Т. яһау м‑н Златоуст өйәҙендә, Өфө өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә шөғөлләнгәндәр. Һыу Т. болғауыслы (горизонталь ҡулсаның көрәксәләренә төшкән һыу Т. ташының күсәрен әйләндергән) һәм ҡулсалы (һыу ағымы вертикаль ҡулсаның көрәксәләренә йәки һауыттарына ағып, таш Т. хәрәкәткә килтергән) булған. Т. иген һалынған, он иләк аша әрйәгә йыйылған, кәбәге һөҙәк ҡаптан ағас һауыттарға ҡойолоп барған. Т. тулы һыулы һәм шәп йылғалар йәки махсус быуалар эргәһендә, ҡыуышта йәки айырым өйҙә ҡоролған. 18 б. заводтар төҙөгәндә (ҡара: Тау сәнәғәте) эшселәрҙе аш-һыу м‑н тәьмин итеү өсөн иң беренсе сиратта һыу Т. ҡорғандар. Күскенселек хәрәкәте артыу һәм игенселек үҫеше м‑н Т. һаны күбәйгән. 1764 й. Ҡазан даруғаһында — 402, Уҫы даруғаһында — 143, Себер даруғаһында — 115, Нуғай даруғаһында 78 Т. теркәлгән. Өфө губернаһында 1897 й. 1437, 1911 й. 2606 һыу Т., 5 ат көсө м‑н эшләгән, 465 ел һәм 17 болғауыслы Т. иҫәпләнгән. 20 б. республикала Т., Т. комплекстары һәм химия, он тартыу, ярма һәм ҡатнаш мал ағыҙы сәнәғәттәре, төҙөлөш материалдары сәнәғәте комбинаттары һ.б. эшләгән. 21 б. башына респ. ҙур һыуһаҡлағыстар һәм быуалар сафҡа индерелеү м‑н Т. комплекстарының үҫешенә ыңғай тәьҫир итеүсе гидроэнергетик ресурстар барлыҡҡа килә. 2001 й. бәләкәй гидроэнергетика объекттары төҙөү программаһы эшләнә. Уға ярашлы, “Башмелиоводхоз” ДУП‑ы (Б.Н.Батанов, З.Ә.Ғәлин, Н.П.Фадеев) “НИИТ-Проект” фәнни‑техник фирмаһы (Н.П.Бянкин, Ә.У.Ғөбәйҙуллин) м‑н берлектә Мәнәүез (Ермолкин а., Бишбүләк р‑ны), Ташлы (Аҡъяр а., Хәйбулла р‑ны), Ҡарлыман (Урал а., Ҡырмыҫҡалы р‑ны), Ҡорғаҙаҡ (Комсомол а., Салауат р‑ны), Яубазы (Иҫке Яндыҙ а., Дүртөйлө р‑ны), Сәрмәсән (Ҡаңны-Төркәй а., Бүздәк р‑ны), Керәүле (Хоҙайбирҙе а.) һәм Чанка (Тәүәкән а., икеһе лә — Күгәрсен р‑ны) йылғалары буйында, Сыбаркүлдә (Дәүләт а., Әбйәлил р‑ны) 9 Т. комплексы (дөйөм етештереүсәнлеге сәғәтенә 3,6 т) уйлап сығарыла, төҙөлә һәм сафҡа индерелә. Ваҡ тартылған он алыу өсөн Т. комплекстарындағы Т. таштары бик яҡшы ваҡлаған кремний һәм башҡа экологик яҡтан таҙа абразивтар файҙаланып эшләнгән. Т. өсөн иген әҙерләү агрегаты, тарттырыу агрегаты — “Искра” ААЙ‑нда (Күмертау ҡ.), һыуҙы хәрәкәткә килтереүсе ҡулайлама — “Гидроспецсталь” ЯСЙ‑нда, Т. таштары “Башмелиоводхоз” ДУП‑ында (икеһе лә — Өфөлә) яһалған. 2005 й. “Мотор” ҒПП‑нда (А.Ф.Ивах, С.В.Махонина, А.П.Савичев, В.В.Скиба, С.Г.Суворов, С.Б. Чистилин һ.б.) эшләү принцибы материалды ҡоро килеш көслө һауа ағымында ҙур тиҙлектә һуғып ваҡлауға нигеҙләнгән аэродинамик үҙәктән ҡыуыусы Т. конструкцияһы уйлап табыла; бер үткәреүҙә үк аҡбурҙың үтә ваҡ өлөштәргә (5 мкм аҙыраҡ) онталыуы мөһим үҙенсәлек булып тора; 2006 й. уны етештереү башлана. Өфө тау ҡорамалдары з‑дында (ҡара: “Горнас”) Браундың шарлы Т. сығарыла (20 б. 40‑сы йй.). ӨПЭПБ‑ла ретро стилендәге сувенир ҡул Т. (кофе һәм башҡа тарттырып булған бөртөклө аҙыҡтар һаҡлау һәм алыу өсөн) уйлап табыла (1988) һәм күпләп етештерелә (1989—98).

Әҙәб.: Кустарные промыслы Уфимской губернии. Уфа, 1912.

С.А.Леонов, М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. М.В.Хәкимова 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.