БАҒАРЪЯҘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндары буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 3 км тиклем, абс. бейеклеге 477 м. Рельефында текә битләүҙәр һәм ҡаялы яланғас тау тоҡомдары, тау араһы уйһыулыҡтары өҫтөнлөк итә. Аҫҡы карбондың турней ярусы һәм визе ярусының карбонатлы тоҡомдарынан (ҙур һәм ҡатламлы эзбизташтар, аргиллиттар, һирәгерәк доломиттар һ.б.) ғибәрәт. Карст таралған. Рәүҙәк й. үрге ағымында ер аҫты аҡмалары бар. Ландшафтар киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә, йыла, саған) тора. Б. итәгендә йоҡа ҡатламлы ташлы һәм һоро урман тупраҡтарында имән урмандары үҫә.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика