УРМАН ХОҠУҒЫ, урман ресурстарын файҙаланыу һәм һаҡлау б‑са ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләгән хоҡуҡи нормалар системаһы. У.х. — ҡануниәттең үҙ аллы тармағы; фәнни-хоҡуҡи һәм уҡыу дисциплинаһы; экологик хоҡуҡтың түбәнге тармағы. Башҡ. урмандарын һаҡлау б‑са тәүге норматив документтар араһында Пётр I “Айырыуса ҡиммәт ағаслы айырым урман массивтарын һаҡлау ураһында” (1703), Сенаттың “Көньяҡ Урал урман массивтарын инвентаризациялау тураһында” (1735), императрица Екатерина II “Урман массивтарын файҙаланыу тураһында” (1798) указдары булған. 20 б. башында Башҡортостанда урманға ҡағылышлы хоҡуҡ мөнәсәбәттәре Башҡ‑н Игенселек ХК‑ның “Башҡорт Совет Республикаһы урмандары тураһында мотлаҡ ҡарар”, “Башҡортостан халҡын урман менән тәьмин итеү буйынса инструкция”, “Башҡорт Совет Республикаһында урмандарҙы һаҡлау буйынса ваҡытлы ҡағиҙәләр” акттары (1919) м‑н көйләнгән. 1923 й. респ. Урман кодексы ҡабул ителә, уға ярашлы 1925 й. хеҙмәтсән хужалыҡтарға — 679 мең, урындағы советтар ҡарамағына 978 мең дисәтинә урман бүленгән. 20‑се йй аҙ. алып респ. урман закондарының төп өлөшөн дөйөм Союз ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән норматив акттар тәшкил иткән. 90‑сы йй. ер реформалары барышында (ҡара: Ер сәйәсәте, Ер хоҡуғы) БР‑ҙың Урман кодексы ҡабул ителгән (1991). 2007 й. башлап респ. У.х. мөнәсәбәттәре РФ урман закондары, БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” (2007), “Үҫемлектәр донъяһы тураһында” (2000) закондары, БР Экология кодексының (1992) һәм “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында” (2004) законының айырым нормалары м‑н көйләнә.

Әҙәб.: Л а т ы п о в Ф.Т. Правовая охрана лесов законодательством Республики Башкортостан. Уфа, 2002.

Ф.Р.Моратшин Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018