ТАРИХ, йәмғиәт үҫеше барышын өйрәнгән ижтимағи фәндәр комплексы. Бөтә донъя Т. һәм айырым дәүләт, халыҡтар Т. тора. Хронологияға ҡарап, боронғо, урта быуаттар, яңы һәм өр-яңы Т. айырыу ҡабул ителгән. Башҡортостанда Т. фәненең Рәсәй һәм уның башҡа төбәктәре тарихына оҡшаш структураһы бар. Тикшеренеү объекты (ҡара: Тарихи сығанаҡтар) б‑са махсус һәм ярҙамсы фәндәргә (дисциплиналарға) бүлеп йөрөтөлә. Археология, антропология, археография, архивты өйрәнеү (архивтарҙың төҙөлөүен, үҫешен һәм эшен өйрәнеү), геральдика (гербтарҙы һүрәтләү, өйрәнеү һәм төҙөү), нумизматика (аҡса баҫыу һәм аҡса әйләнешенең барлыҡҡа килеүен, үҫешен өйрәнеү, аҡсаны һүрәтләү һәм йыйыу; ҡара: Аҡса), палеография, славяндар тураһында фән, сфрагистика (мисәттәрҙе өйрәнеү һәм һүрәтләү), төркиәт, этнография, этнолингвистика, этнопсихологияға айырыла, историография айырым урын алып тора. Ғәмәли тарихи фәндәр (хәрби, иҡт. Т., тарихи география, демография, ил һәм төбәктәрҙе өйрәнеү, ш. иҫ. Башҡортиәт) үҫеш алған. Мәҙәниәт, фән һәм техниканың төрлө өлкәләренең Т. шуларға ярашлы фәндәрҙең (математика, физика һ.б. тарихы) һәм сәнғәт төрҙәренең (музыка, театр һ.б. тарихы) тарихи бүлектәре тарафынан өйрәнелә.

18 б. — 19 б. 1‑се ярт. Башҡортостанда Т. үҫеше И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.С.Паллас (ҡара: Академик экспедициялар), В.В.Радлов, С.У.Ремезов, Н.П.Рычков, С.Соммье, В.Н.Татищев, И.П.Фальк һ.б. эшмәкәрлеге м‑н бәйле була. 19 б. Т. фәнен өйрәнеүгә Ырымбур ғилми архив комиссияһы (ҡара: Архив комиссиялары), Ырымбур губерна статистика комитеты, Губерна земствоһының статистика ком‑ты (1864), губерна статистика ком‑ттары (ҡара: Статистика комитеттары), Өфө губерна тыуған яҡты өйрәнеү музейы (ҡара: Милли музей), Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе (ҡара: Рус география йәмғиәте) һиҙелерлек өлөш индерә. 19 б. аҙ. — 20 б. 1‑се ярт. Т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Н.А.Аристов, Ә.Ә.Вәлидов, В.И.Даль, Р.Г.Игнатьев, В.И.Лебедев, П.И.Небольсин, М.И.Өмөтбаев, Н.В.Ремезов, С.И.Руденко, С.Г.Рыбаков, Ш.И.Типеев, В.И.Филоненко, В.М.Флоринский,Р.Ф.Фәхретдинов һ.б.; 20 б. 2‑се ярт. – 21 б. башында Б.Ә.Аҙнабаев, И.Ғ.Аҡманов, А.И.Аҡманов,  Р.Ғ.Буканова, А.С.Верещагин, И.М.Гвоздикова, У.Б.Ғайсин, В.А.Иванов, Р.М.Йосопов, Р.З.Йәнғужин, Рөст. Ғ. һәм Р.Ғ.Кузеевтар, С.Ф.Ҡасимов, Н.М.Ҡолбахтин, М.М.Ҡолшәрипов, Н.А.Мәжитов, Е.Ҡ.Миңлебаев, Г.Т.Обыдённова, А.Х.Пшеничнюк, М.И.Роднов, Ә.Н.Усманов, Х.Ф.Усманов, Ә.З.Әсфәндиәров, Б.Х.Юлдашбаев, А.Б.Юнысова һ.б.исеме м‑н бәйле. 20 б. Т. фәне археология, антропология, этнография һ.б. өлкәләге асыштар м‑н тулылана. Айырым фән һәм техника Т. өйрәнеү м‑н В.Н.Зенцов, Л.К.Кузнецов, Б.Н.Мастобаев, Д.Л.Рахманҡолов, Е.А.Удалова, Р.Р.Чанышев,Г.К.Әминева, Ә.Х.Әһлиуллинһ.б. шөғөлләнә. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте(ҡара: Тыуған яҡтыөйрәнеү), Академүҙәк, Истпарт, юғары уҡыу йорттарында Т. ф‑ты һәм кафедралары (ҡара: Тарих буйынса белем биреү), ҒТИ (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Этнологик тикшеренеүҙәр институты), музейҙар (ш. иҫ. тарихи музейҙар), архивтар (ҡара: Ғилми архив, Йәмәғәтберекмәләренеңүҙәк архивы, Тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең үҙәк архивы, Үҙәк тарих архивы), Фәндәр академияһын һ.б. асыу Т. фәне үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә була. “Вестник Академии наук Республики Башкортостан", “Ватандаш", “История науки и техники" (“Фән һәм техника тарихы”), “Вопросы истории естествознания и техники" (“Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы мәсьәләләре”), “Йәдкәр” һ.б. ғилми һәм ижт.‑сәйәси журналдар БР‑ҙа Т. фәне үҫешен сағылдыра.

Р.Ғ.Буканова, М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика