ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары (2006). Башҡорт, урыҫ, татар һ.б. этник төркөмдәр тупланып йәшәгән ерҙәрҙә, йәки билдәле шәхестәр м‑н бәйле урындарҙа асыла.

Т.‑м.ү. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указдарына ярашлы ойошторола, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора. 2012 й. респ. 16 Т.‑м.ү. теркәлгән. Башҡорттарҙың — “Темәс” (1994, Баймаҡ р‑ны Темәс а.), “Сәйетбаба” (2003, Ғафури р‑ны Сәйетбаба а.) һәм Ҡәнзәфәр бей ис. “Һарайлы” (2011, Благовар р‑ны Иҫке Уҫман а.), урыҫтарҙың — “Николай ҡорамы” (1994, Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а.) һәм “Ҡыҙылъяр” (2003, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а.), татарҙарҙың — “Килем” (2003, Бүздәк р‑ны Килем а.), сыуаштарҙың — “Һыуыҡшишмә” (1995, Ҡырмыҫҡалы р-ны Һыуыҡшишмә а.), мариҙарҙың — “Мишкә” (2003, Мишкә р‑ны Мишкә а.), украиндарҙың — “Золотоношка” (1999, Стәрлетамаҡ р‑ны Золотоношка а.), удмурттарҙың — “Яңы Тәтешле” (2003, Тәтешле р‑ны Яңы Тәтешле а.), мордваларҙың — “Фёдоровка ауылы” (2011, Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а.), белорустарҙың — “Балтика” (2003, Иглин р‑ны Балтика а.), немецтарҙың — “Алексеевка” (1998, Благовар р‑ны Пришиб а.), латыштарҙың — “Максим Горький” (2003, Архангел р-ны Максим Горький а.), Аксаковҡа арналған — “Надеждино” (1998, Бәләбәй р‑ны Надеждино а.) һәм Цветаева хөрмәтенә “Өҫән-Ивановка” (1998, Бәләбәй р‑ны Өҫән-Ивановка а.) үҙәктәре бар. Т.‑м.ү. эшмәкәрлеге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапхана, клуб, мәғариф учреждениелары һ.б. нигеҙендә алып барыла. Милли һәм дини байрамдар (башҡорттарҙың — “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы”, латыштарҙың — “Лиго” һәм “Мартини”, немецтарҙың “Erntefest” һ.б. байрамдары), халыҡ ижады фестивалдәре [мариҙарҙың — “Мурпеледыш”, удмурттарҙың — “Ҡалҡып килеүсе йондоҙ” (“Восходящая звезда”), украиндарҙың — “Ий, Ергә ҡыуан!” (“Ой, радуйся, Земле!”), сыуаштарҙың “Уяв” һ.б.], билдәле эшмәкәрҙәрҙең юбилейҙарын, фәнни-практик конференциялар [“Удмурттар: кисә, бөгөн, иртәгә” (“Удмурты: вчера, сегодня, завтра”) һ.б.] ойоштороу һәм уҙғарыу, фольклор коллективтары төҙөү, тыуған яҡты өйрәнеү б‑са материалдар йыйыу һ.б. м‑н шөғөлләнә. Үҙәктәр халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеүгә, туған телдәрҙе өйрәнеүгә, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен баҫтырып сығарыуға, архитектура ҡомартҡыларын (Димитрий Солунский сиркәүе, Килем мәсете, Николай сиркәүе һ.б.) табыуға һәм яңыртыуға, билдәле сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереүгә (Аксаков музейын, Цветаева М. музейын һ.б. асыуға) булышлыҡ итә.

В.В.Латипова

Тәрж. М.Х.Хужин