ТРАДИЦИОН УЙЫНСЫҠТАР, баланың үҫеше һәм уйыны өсөн тәғәйенләнгән, милли мәҙәниәт үҙенсәлектәрен, йәшәү рәүешен һәм көнкүреште сағылдырған төрлө әйберҙәр һәм ҡулайламалар йыйылмаһы. Башҡорттар Т.у. эшләү өсөн тәбиғи материалдарҙы — ағас, һөйәк, таш, ҡош ҡауырһыны, үҫемлек һабаҡтары һ.б. — киң ҡулланған. Айырыуса ҡурсаҡтар киң таралған: бәпес ҡурсаҡты ҡорамаға төргәндәр, йөҙөн эшләмәйенсә, һынын ғына яһағандар; әбей, өләсәйҙәргә итәкле күлдәк, камзул кейҙергәндәр, яулыҡ ябындырғандар; килендәргә — яулығын артҡа ҡаушарып бәйләгәндәр, апай, әсәйҙәргә — уҡалы камзул кейҙергәндәр һ.б. Ағас ҡурсаҡтарҙа ике саталы ботаҡ уның кәүҙәһе м‑н аяғы булған; һалам ҡурсаҡ яһар өсөн һалам усламын икегә бөкләп, муйын һәм бил тәңгәленән еп м‑н бәйләгәндәр; ҡорама ҡурсаҡҡа баш, кәүҙә, ҡул, аяҡ тегеп, эсенә мүк тултырғандар һәм ҡуша теккәндәр. Сәстәрен киндер, һалабаш, йөндән эшләгәндәр, күҙен һәм ҡашын күмер м‑н һыҙғандар. Шулай уҡ йөҙ һыҙаттары булмаған ҡурсаҡтар эшләгәндәр (йөҙлө ҡурсаҡтарға йән инә тигән ышаныу булған). Башҡорттар ҡурсаҡты йола үткәргәндә, дауалауҙа ҡулланғандар. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында яҙын ҡатын-ҡыҙ, төрлө сирҙәрҙән арыныу өсөн теләктәр теләп, йылғанан туҙ ҡумтаға һалынған ҡурсаҡ ағыҙған. Көньяҡ-көнсығышта, ауырыған ваҡытта, осоҡ тегеп юл сатына ырғытҡандар: шуның м‑н ул сирҙе алып китә тип ышанғандар. Т.у. яу һәм һунар ҡоралы рәүешендә эшләнгән. Айырыуса йәйә м‑н уҡ киң таралған. Йәйәне саған, уҫаҡ йәки миләш ботағынан яһағандар. Керешен аттың ҡылынан йәки һеңеренән эшләп ҡуйғандар. Уҡты уҡ башағы кейҙереп ослағандар, ҡаҙ ҡауырһыны беркеткәндәр. Ағас ҡылыстар, һөңгөләр, туҙ һаҙаҡтар билдәле булған. Күпселек Т.у. хужалыҡтағы төрлө көнкүреш әйберҙәрен ҡабатлаған: тырма, һабан, салғы, ел һәм һыу тирмәндәре һ.б. Уйындарҙа уйынсыҡ арбалар, саналар ҡулланылған. 1 тәгәрмәсле, тәбәнәк, ике оҙон тотҡалы 3 тәгәрмәсле, 4 тәгәрмәсле арбалар булған. Төньяҡ-көнбайышта 2 тәгәрмәсле, оҙон тотҡалы һәм тәбәнәк кузовлы трапеция рәүешендәге арба яһағандар. Көҙ һәм яҙ көндәрендә йөрөү өсөн ағас яйланмалар (ағас аяҡ, оҙон аяҡ, торна аяҡ) файҙаланылған. Туҙҙан, ағас ботағынан, балсыҡтан эшләнгән һыҙғыртҡыстар төрлө булған. Йөн туптар, ҡорама, мүк тултырылған сепрәк туптар, тиренән тегелгән туптар киң ҡулланылған. Урманлы райондарҙа ҡайын йәки ылыҫ ороһонан, имән ороһонан йәки тамырынан эшләнгән туптар булған.

Әҙәб.: А б с а л и к о в а Ф.Ш. Игры и развлечения башкир. Уфа, 2000.

Ф.Ш.Абсалиҡова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018