ТОРЛАҠ, кеше тарафынан йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү өсөн яраҡлаштырылған, йәмғиәттең функциональ, конструктив, эстетик талаптарына ярашлы итеп төҙөлгән ҡоролма. Т. стеналарҙың, түбәнең, тәҙрә һәм ишек уйымдарының билдәле бер конструкцияһы, ҙурлығы, төҙөү материалы, эске ҡоролошо м‑н айырыла. Көньяҡ Уралда тәүге Т. таш быуатта барлыҡҡа килә. Палеолит осоронда Т. ҡая тарлауыҡтарында эшләгәндәр (ҡара: Урта Түбә), ҡаяны уйып, бүрәнә м‑н ҡаплағандар (Суртанды торалары). Неолит һәм энеолит дәүерендә башлыса ер өй тибындағы Т. төҙөгәндәр. Бронза быуатында һәм тимер быуатта Т. төҙөгәндә ағас, таш, балсыҡ ҡулланғандар; ҡыйығын ҡайын туҙы, кәҫ, ҡамыш, ҡабыҡ, һалам м‑н япҡандар. Бронза быуатында бүрәнәнән ер өҫтө ҡаралтылары, тура мөйөшлө ер өйҙәр, 1 һәм 2 (һирәгерәк 4) ҡыйыҡлы, ер, балсыҡ иҙәнле ярым ер өйҙәр төҙөгәндәр. Ҡайһы бер Т. асыҡ усаҡтар (3,5х1,5 м, тәрәнлеге 1 м тиклем) һәм хужалыҡ соҡорҙары табылған. Абаш мәҙәниәте халҡы 1, 2 йәки 4 ҡыйығы булған каркаслы дүрткел йәки тура мөйөшлө ер өҫтө Т. (майҙаны яҡынса 100 м2) төҙөгән. Тура мөйөшлө, кеше йәшәй (ҡышҡы һәм йәйге) һәм эшләй (металл эшкәртеү өсөн) торған бүлмәләре, айырым ишектәре булған күп камералы ҡоролма Береговка торамаһында I (ҡара: Береговка археологик микрорайоны) табылған. Һынташты мәҙәниәте өсөн биләмәһендә ҡоҙоҡ, баҙ, хужалыҡ соҡоро, көнкүреш усағы һәм бәләкәй металургия мейесе булған трапеция йәки тура мөйөш итеп бүрәнәнән һәм тупраҡтан эшләнгән күп камералы ер өҫтө Т. (майҙаны 110—180 м2) хас (Арҡайым, Берсуат). Бура мәҙәниәте халҡы бағана конструкциялы, тура мөйөшлө йәки оҙонса түңәрәк формалы, 1 йәки 2 ҡыйыҡлы, асыҡ усаҡлы ер өйҙәр, ярым ер өйҙәр һәм ер өҫтө Т. (100—250 м2) төҙөгән. Бүрәнәләрҙән теҙеп һалынған стеналы һәм ағас иҙәнле, 2 усаҡлы йәшәү һәм 2 соҡорло хужалыҡ итеү бүлмәләре булған ҡаралтынан торған ер өҫтө Т. (яҡынса 400 м2) Таулыҡай торамаһында табылған. Фёдоровка мәҙәниәте халҡы — бағана конструкциялы дүрткел йәки тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр, ер өҫтө Т. (30—200 м2); Петровка мәҙәниәте халҡы — тура мөйөшлө (ҡайһы берҙә тамбур ишекле) ер өҫтө Т.; Алакүл мәҙәниәте халҡы — 1 һәм 2 ҡыйығы, 2 камераһы булған тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр (100—200 м2); Ҡазан эргәһе мәҙәниәте халҡы — тура мөйөшлө, күп камералы ярым ер өйҙәр; Черкаскүл мәҙәниәте халҡы — бүрәнәнән дүрткел йәки тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр (20—160 м2), һирәгерәк ер өҫтө Т.; Сарғары мәҙәниәте халҡы — каркас конструкциялы ярым ер өйҙәр (200— 400 м2); Межа мәҙәниәте халҡы ярым ер өйҙәр, ағастан 2 ҡыйыҡлы, асыҡ усаҡлы һәм ишеге йылға яғына ҡараған тура мөйөшлө йәки дүрткел ер өҫтө ҡаралтылары (70—400 м2) төҙөгән. Бүрәнәнән каркас һәм бағана конструкциялы, тура мөйөшлө йәки дүрткел ер өҫтө өйҙәре, ш. уҡ 2 ҡыйыҡлы ярым ер өйҙәр, тирмә, ҡыуыш тибындағы ҡаралтылар билдәле. Гамаюн мәҙәниәте халҡы — бурап яһалган каркас һәм бағана конструкциялы ер өҫтө Т., ярым ер өйҙәр; Ананьин мәҙәниәте халҡы — бүрәнәнән тура мөйөшлө йәки дүрткел, 2 ҡыйыҡлы һәм асыҡ таш усаҡлы ер өҫтө ҡаралтылары; Иткүл мәҙәниәте халҡы — оҙонса түңәрәк йәки тура мөйөшлө, балсыҡ иҙәнле ер өҫтө ҡоролмалары (майҙаны яҡынса 60 м2); Горохов мәҙәниәте халҡы — бағана конструкциялы, 4 ҡыйыҡлы, күп камералы ярым ер өйҙәр; Ҡормантау мәҙәниәте халҡы — бағана конструкциялы, тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр йәки ер өҫтө Т.; Пьяный Бор мәҙәниәте халҡы — 2 ҡыйыҡлы һәм тамбур ишекле бурап яһалған ер өҫтө ҡаралтылары (50—80 м2); Бахмут мәҙәниәте һәм Турбаҫлы мәҙәниәте халҡы — бүрәнәнән 1 йәки 2 ҡыйыҡлы, тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр (майҙаны яҡынса 30 м2), усаҡтары һәм хужалыҡ соҡорҙары булған ер өҫтө ҡоролмалары; Имәнкиҫкә мәҙәниәтехалҡы — бүрәнәнән дүрткел ярым ер өйҙәр; Сейәлек мәҙәниәте халҡы уртаһына усаҡ яһап, тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр төҙөгән. Тирмә тибындағы торлаҡ ҡаралты (диам. 5—8 м) ҡалдыҡтары түңәрәк буйлап урынлашҡан (Аҙнай торамаһы, Горный археологик комплексы) һәм башҡорттарҙың ҡышлауҙағы Т. булған, тип фараз ителә. Башҡорттарҙың ваҡытлы һәм даими Т. айырылған. Традицион башҡ. Т. булып тирмә һаналған. Йәйләүҙә башҡорттар аласыҡ, бурама, ҡыуыш һымаҡ ваҡытлы ҡаралтылар төҙөгән, ултыраҡ тормошҡа күсеү м‑н улар хужалыҡ ҡаралтылары сифатында файҙаланыла башлаған. Күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү даими торамалар (ҡара: Ауыл) һәм Т. килем тыуыуына булышлыҡ иткән. Төҙөлөш материалдарын ҡулланыу алымдары һәр ерҙә төрлө булған; Т. төҙөүҙә этник һыҙаттар һәм милли архитектура стиле, ш. уҡ төбәк үҙенсәлектәре күҙәтелгән. Өйҙәр каркас конструкциялы (түбәне каркас бағаналарына терәткәндән һуң буш урындарға ситән үргәндәр, ағас, ер, балсыҡ, һалам, саман тултырғандар) йәки терәк стеналы (түбә бүрәнә, балсыҡ, таш йәки кирбес стенаға һалынған) итеп төҙөлгән. Башҡорттар Т. төҙөгәндә ҡарағас, ҡарағай, уҫаҡ, ҡайын ағастарын файҙаланған; ҡыйыҡты таҡта, транса, ҡабыҡ м‑н япҡандар. Күбеһенсә 2 һәм 4 ҡыйыҡлы, 4 мөйөшлө өйҙәр төҙөгәндәр. Нигеҙен бүрәнәнән, таштан йәки таш плитанан ҡорғандар. Иҙәнен таҡтанан һалғандар, һирәгерәк ер, балсыҡ иҙән осраған. Иҙән өрлөктәре буралған өйҙәрҙә — 2—3‑сө, төньяҡта һәм тау‑урман райондарында 3—4‑се ниргә тапҡырына уйылған. Ҡыйыҡтың япмаһы бүрәнә фронтондарға йәки атламаларға һалынған һайғауҙарға терәтелгән. Ҡайһы бер осраҡта ҡыйыҡты серемәһен өсөн фронтонһыҙ эшләгәндәр. Башҡортостандың тау‑урман райондарында ҡыйыҡты атламаһыҙ эшләп, бер яҡ өҫтөн икенсеһенән оҙонораҡ итеп япҡандар. Бура өйҙәр, нигеҙҙә, соланлы, дүрт мөйөшлө булған; ҡайһы берҙә икенсе йорт (ҡушйорт) терәтеп төҙөгәндәр. 19 б. аҙ. алып биш мөйөшлө һәм 4 ҡыйыҡлы йорттар тарала башлай. Йорт һалғанда бүрәнәнең осон каса рәүешендә уйып, стенанан тышҡа сығарып бурағандар, ш. уҡ алдан уйылған ектәргә индереп, остарын йоҙаҡ кеүек эшләп, яҫылап, ҡарлуғас ҡойроғо рәүешендә бурау ысулдары билдәле. Бура ниргәләренең һаны бүрәнәнең йыуанлығына бәйле булған, ғәҙәттә, 15— 17 ниргә күтәргәндәр. Саман өйҙәрҙе яҫы йәки һөҙәк, һирәгерәк 2 ҡыйыҡлы итеп сей кирбестән һалғандар. Таш өйҙәрҙе тура мөйөшлө, алғы яҡ стеналарын бейегерәк, ҡыйыҡ өрлөгөнә терәк булырлыҡ итеп эшләгәндәр. Урман‑дала һәм дала райондарҙа каркаслы (балсыҡ, кәҫ, ситән) өйҙәрҙең стеналарын төҙөгәндә — ағас, яҫы таш, балсыҡ, кәҫ, саман, ҡыйыҡ өсөн һалам, кәҫ, ҡабыҡ, һайғау ҡулланғандар. Ситән өйҙәр яҫы йәки 2 ҡыйыҡлы итеп төҙөлгән: 0,5 м аралыҡта ҡаҙыҡ ҡаҙап, талсыбыҡ м‑н уратҡандар; эсле‑тышлы балсыҡ м‑н һылағандар; түбә таҡтаһын һәм ҡыйыҡ өрлөгөн каркас бағаналарына һалғандар. Балсыҡ өйҙөң стеналарын төҙөгәндә иң тәүҙә таҡтанан ҡалып ҡуйып сыҡҡандар, уларға балсыҡ ҡойғандар, ул кипкәс, таҡталарҙы алып, мөйөштәрҙе бағана м‑н нығытҡандар. Кәҫ өйҙәрҙе тура мөйөшлө, яҫы йәки һөҙәк ҡыйыҡлы итеп төҙөгәндәр, стеналарын эшләгәндә, кәҫ киҫәктәренең үләнле өлөшөн, араларына һайғауҙар һалып аҫта ҡалдырғандар, түбә таҡтаһы өҫтөн үлән йәки һалам һалып, кәҫ баҫтырып түшәгәндәр. Т. эсе ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар яғына бүленгән (ҡара: Традицион интерьер), ишектән алыҫ урында түр (түр баш) булған, мейесте ишек эргәһендә (башлыса уң яҡтан) сығарғандар. Стена буйлап таҡта урындыҡ (һике) эшләгәндәр, төрлө ҙурлыҡтағы мейес, ш. иҫ. сыуал, сығарғандар. Интерьерҙың биҙәлешендә этник үҙенсәлектең һаҡланыуы септәләр, туҡылған һәм кейеҙ балаҫтар, келәмдәр, һырылған түшәктәр (буй юрған, түр юрған), төрлө шаршауҙар (тәҙрә, мейес, өрлөк һ.б. биҙәү өсөн), ашъяулыҡтар, таҫтамалдар ҡулланыуҙа күҙгә ташлана. Урын кәрәк‑ярағы, мендәрҙәр, мамыҡ түшәктәр, ғәҙәттә, ҡатын‑ҡыҙ яғында, биҙәкле ағас аҫлыҡҡа ултыртылған һандыҡта һаҡланған (ҡара: Урын). Йортҡа, ғәҙәттә, мейес эргәһендә һәм ҡатын‑ҡыҙ яғындағы кәштәләрҙә урынлашҡан ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы һәм тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, туҙҙан шләнгән өй кәрәк‑ярағы үҙенә бер йәм биреп торған. Өй төҙөгәндә өмәүткәргәндәр.

Әҙәб.: К а л и м у л л и н Б.Г. Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; Поселения и жилища древних племён Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1983; Ш и т о в а С.Н. Традиционные поселения и жилища башкир. Вторая половина XIX — первая четверть XX в. М., 1984; Г о р б у н о в В.С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989; О б ы д ё н о в М.Ф. Древняя архитектура Урала. Уфа, 1995; Р у д е н к о С.И. Башкиры: историко‑этногр.очерки. С изм. и доп. Уфа, 2006.

Р.Б.Исмәғилев, С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.