БАГДАШКИН, Ыуары, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Ыуары й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 301 кеше; 1920 — 491; 1939 — 362; 1959 — 313; 1989 — 211; 2002 — 185; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Хвалын урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1775 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған татарҙар нигеҙ һала. 1796 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан. 1866 й. 18 йортта 131 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика