УН ИКЕНСЕ ЗАПАС УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. 28 авг. Өфөлә 17‑се запас уҡсылар бригадаһы булараҡ ойошторола; 1943 й. февр. алып 9‑сы өйрәнсек бригада, апр. — У.и.з.у.д. Составына 27‑се, 30‑сы, 97‑се уҡсылар һәм 6‑сы артиллерия полктары, 22‑се айырым сапёр батальоны һәм 6‑сы айырым элемтә батальоны инә. Див. Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре составында була. 1942—43 йй. уның базаһында 4‑се айырым өйрәнсек бригада (ҡара: Ҡырҡ туғыҙынсы өйрәнсек уҡсылар дивизияһы), 9‑сы кавалерия һәм 15‑се артиллерия запас полктары ойошторола. 1941— 45 йй. див. 225,5 мең кеше әҙерлек үтеп, һуғыштағы ғәскәрҙәргә оҙатыла. 1945 й. 30 дек. таратыла. Див. ком.: ген.‑майорҙар М.А.Әбсәләмов (1941 й. алып), Ворожейкин (1942—45).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Башкортостан в годы Второй мировой войны 1939—1945. Уфа, 2000.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.