ТӨБӘК ТЕЛДӘРЕ ЙӘКИ МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ЕВРОПА ХАРТИЯҺЫ (European Charter for Regional or Minority Languages and Explanatory Report), 1992 й. 5 нояб. Европа Советының Министрҙар комитеты тарафынан ҡабул ителә. 1998 й. 1 мартында үҙ көсөнә инә. Преамбуланан һәм 15 статьянан ғибәрәт. Европа Советында ағза булған илдәр халҡы телен һаҡлау һәм үҫтереү системаһын көйләгән төп халыҡ‑ара хоҡуҡи документ булып тора.

Хартияға ярашлы, “төбәк телдәре һәм милли аҙсылыҡ телдәре” элек‑электән дәүләт терр‑яһында аҙсылыҡты тәшкил иткән, граждандар тарафынан файҙаланылған һәм дәүләттең рәсми теленән айырылып торған телдәр булып һанала; был телдәр дәүләттең рәсми теле диалекттарын һәм мигранттарҙың телен үҙ эсенә алмай. Хартияға дәүләттең үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрен үтәү б‑са төбәк телдәрен һәм милли аҙсылыҡ телдәрен ижт. тормоштоң төрлө өлкәләрендә (мәғариф, көнкүреш хеҙмәте, киң мәғлүмәт саралары һ.б. өлкәләрҙә) файҙаланыуҙы тәьмин итеүгә юл асыу йөкмәтелә. Хартияла, аҙсылыҡ телдәре ғәмәлдә булған дәүләттәрҙең соц.-иҡт. һәм сәйәси үҫешен иҫәпкә алып, йөкләмәләрҙе “һайлау” принцибы билдәләнә: дәүләттәр Хартияның үҙҙәре һайлап алған положениеларын (тәғәйен күрһәтелгән телдәргә ҡарата кәмендә 35 йөкләмә) ҡуллана. Документта төбәк телдәре һәм милли аҙсылыҡ телдәре файҙаһына ошо телдәрҙә һөйләшкәндәр м‑н башҡа халыҡ араһында тиңлекте нығытыуға йәки уларҙың үҙенсәлекле үҫеш шарттарын иҫ .пкәалыуға йүнәлтелгән махсус саралар ҡабул итеү киңерәк файҙаланылған телдәрҙә аралашҡандарҙың хоҡуғын сикләү акты булараҡ ҡаралмай тигәнгә айырыуса баҫым яһала.

2000 й. 10 нояб. Хартияны 11 дәүләт (Венгрия, Германия, Дания, Лихтенштейн, Нидерланд, Норвегия, Словения, Финляндия, Хорватия, Швейцария, Швеция) ратификациялай, 2002 й. Хартияға 29 дәүләт ҡул ҡуя, ш. уҡ документты Австрия, Бөйөк Британия, Испания, Кипр, Словакия, Әрмәнстан ратификациялай. Тел сәйәсәтен үткәреүҙә БР‑ҙа тупланған ыңғай тәжрибәне иҫәпкә алып, 2001 й. 21—22 июнендә Өфөлә Европа Советы тарафынан “Төбәк телдәре йәки милли аҙсылыҡ телдәренең Европа хартияһы” семинар‑кәңәшмәһе ойошторола.

И.Ғ.Илешев

Тәрж. М.Х.Хужин