ТАУ СӘНӘҒӘТЕ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында тау ведомствоһының ҡаҙна тау сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан адм.‑терр. берәмеге. Тау өлкәләренә ингән (ҡара: Урал тау өлкәһе). 18 б. башында тәүге заводтар төҙөлөү м‑н барлыҡҡа килә башлай. Завод, рудник, прииск, урман һ.б. ерҙәрҙе, 1861 й. тиклем заводтарға бәйле эшсе көсөн үҙ эсенә алған. 5 Т.с.о. — Гороблагодатский, Златоуст, Кама-Воткинск, Пермь (бөтәһе лә — Уралда) һәм Олонец — төҙөлгән. 19 б. аҙ. Башҡортостанда Златоуст Т.с.о. ойошторолған, уның составына Златоуст ҡорал фабрикаһы, Златоуст (Косотур) заводы, Кенәз Михаил ҡорос-туп фабрикаһы, Ҡуҫа заводы, Мейәс заводы, Һатҡы заводы, Әртә заводы ингән.

Әҙәб.: Тау округтары мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин, Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.