ҮРЛӘТЕҮ, үрләтелеү,20 б. 20—30‑сы йй. совет хөкүмәтенең дәүләт, хужалыҡ, кооператив, профсоюз һ.б. учреждениеларҙың етәксе вазифаларына соц. сығышы (эшсе һәм крәҫтиәндәрҙе) һәм партияла ағза булыу-булмауына ҡарап тәғәйенләүҙән торған кадрҙар сәйәсәтендәге төп йүнәлештәрҙең береһе. РКП(б)‑ның 9—11‑се, 13‑сө съезы резолюциялары һәм ВКП(б) ҮК‑ның 1927 й. 7 мартындағы “Эшсе һәм крәҫтиәндәрҙе дәүләт аппаратына алыу эшендә партияның бурыстары тураһындағы” ҡарарына ярашлы алып барылған. БАССР‑ҙа Ү. м‑н дөйөм рәүештә ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты етәкселек иткән. БАССР учреждениеларында 1926 й. — 1 меңгә яҡын, 1932 й. 3 меңдән ашыу (СССР‑ҙа — 900 меңгә яҡын кеше, 80%‑ы — эшселәр) кеше етәксе вазифаға тәғәйенләнгән. 1926 й. БАССР ҮБК‑нда 19 үрләтелгән кеше (4 эшсе, ҡалғандары — крәҫтиән) эшләгән. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында, күпләп үткәрелгән сәйәси репрессияларваҡытында, Ү. сәйәсәте айырыуса киң ҡолас алған. Милли кадрҙарҙы дәүләт, хужалыҡ һәм профсоюз учреждениеларына урынлаштырыу, милли телдәрҙе индереү (ҡара: Дәүләт теле), ш. уҡ ерле халыҡтың соц.‑синфи структураһын яңыртыу [башлыса башҡорттарҙы ВКП(б) сафтарына, сәнәғәттең төрлө тармаҡтарына эшкә йәлеп итеүгә ҡайтып ҡалған] маҡсатында үткәрелгән “тамырландырыу” сәйәсәте Ү. бер төрө булған. 1925 й. 1,4 меңдән ашыу башҡ. коммунисы (Башҡ‑н өлкә партия ойошмаһы ағзаларының 15%‑ы) иҫәпләнгән. БАССР ҮБК‑нда башҡорттар — 34%, кантон башҡарма ком‑ттарында 29%‑тан ашыу булған. ВКП(б) ҮК һәм СССР ХКС‑ының 1931 й. 2 апр. “Эшселәрҙе үрләтеүҙе туҡтатыу тураһындағы” ҡарарына ярашлы, Ү. сәйәсәте яйлап идара итеүсе кадрҙарҙы уҡыу йорттарында әҙерләүгә алмаштырылған.

Әҙәб.: Гвоздикова И.М., Касимов С.Ф. Контроль по-ленински. Уфа, 1970; Касимов С.Ф. Автономия Башкортостана: становление национальной государственности башкирского народа (1917—1925 гг.). Уфа, 1997; Яндурин Д.Х. Национально-государственное строительство в автономиях Урало-Поволжья. Уфа, 2001.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика