УРАЛ ВАҠЫТЛЫ ӨЛКӘ ХӨКҮМӘТЕ, 1918 й. 19 авг. Екатеринбург ҡ. Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы, Социал-революционерҙар партияһы, Халыҡ азатлығы партияһы, Халыҡ-социалистик хеҙмәт партияһы вәкилдәре комиссияһы һәм Урал буржуазияһының партияла тормаған лидерҙары тарафынан төҙөлә. Хөкүмәт составына рәйес (ш. уҡ. ул сауҙа һәм сәнәғәт баш идарасыһы булған), игенселек һәм дәүләт мөлкәте, тау эштәре, финанс һәм юстиция, халыҡ мәғарифы, хеҙмәт, эске эштәр баш идаралыҡтары етәкселәре ингән. Хөкүмәт Урал өлк. автономияһын (Пермь губернаһы, Вятка губернаһының бер өлөшө, Верхнеурал өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Өфө өйәҙе һәм Силәбе өйәҙе) иғлан иткән; ғәмәлдә Пермь губ. һәм Өфө губернаһының төньяҡ-көнсығышы м‑н идара иткән. Хөкүмәт программаһы граждандарҙың демократик азатлығын яҡлауҙы, урындағы үҙидараның советтарға тиклемге органдары эшен тергеҙеүҙе, эшҡыуарлыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙы (ш. иҫ. совет власы осоронда үткәрелгән национализациялау һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыуҙы), 8 сәғәтлек эш көнөн һәм хеҙмәтсәндәрҙе соц. страховкалау системаһын һаҡлауҙы, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ҡарарына тиклем ерҙе ғәмәлдәге ҡулланыусылар ҡулында ҡалдырыуҙы һ.б. үҙ эсенә алған. Ҡораллы берләшмәләре һәм финанс резервтары булмауы, ш. уҡ Ваҡытлы Себер хөкүмәте һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы комитеты ағзалары м‑н килеп сыҡҡан ҡаршылыҡ арҡаһында У.в.ө.х. власы ныҡлы булмаған. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә У.в.ө.х. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен ойоштороусыларҙың береһе була, 26 окт. уға үҙенең вәкәләттәрен тапшыра, 10 нояб. бөтөрөлә. У.в.ө.х. рәйесе — П.В.Иванов. Баҫма органы — “Наш Урал” (“Беҙҙең Урал”; Екатеринбург, 1918) гәзите.

Әҙәб.: Временное областное правительство Урала: документы и материалы. Екатеринбург, 1993.

А.Д.Казанчиев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.