УЛУС СХОДЫ, Рәсәйҙә улустарҙағы крәҫтиәндәр идараһының бойороҡ биргән органы (ҡара: Урындағы үҙидара). 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение”ға ярашлы (тәүҙә 1797 й. — удел крәҫтиәндәре, 1838 й. дәүләт крәҫтиәндәре м‑н идара итер өсөн индерелгән), Крәҫтиән реформаһы ваҡытында крәҫтиәндәрҙең барлыҡ категориялары өсөн дә раҫланған. У.с. составына һайлап ҡуйылған ауыл һәм улус етәкселәре (улус старшинаһы, ауыл старосталары, старшина һәм староста ярҙамсылары, һалым йыйыусылар, улус идараһы заседателдәре, улус суды судьялары) һәм крәҫтиәндәр (10 йорттан 1 кеше) ингән. 1 ауылдан торған улустарҙа У.с. ауыл сходы м‑н алмаштырылған. У.с. мировой аралашсыларына, 1874 й. алып — крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеларына (ҡара: Крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары), 1889 й. — земство участкаһы нач. буйһонған.  Старшина һәм тауыш бирергә хоҡуҡлы крәҫтиәндәрҙең кәмендә 2/3 өлөшө ҡатнашһа, У.с. ҡарары законлы тип танылған. У.с. эше адм.‑хужалыҡ (һайлауҙар, ауыл һәм улус етәкселәре, улус суды судьялары эшмәкәрлеген күҙәтеү, өйәҙ земство йыйылыштарына гласныйҙар һәм Дәүләт думаһына крәҫтиәндәрҙән депутаттар һайлау съездары өсөн ауыл йәмәғәтселеге вәкилдәрен һайлау, хәрби йөкләмәләрҙе бүлеп биреү, улус ерҙәренең тәғәйенләнешен билдәләү, улусты төҙөкләндереү, йәмәғәт күҙәтеүе өлкәһендә саралар уҙғарыу, улус училищеһы, мәктәптәре асыу һ.б.), фискаль (улус һалымдарының, донъяуи бурыс, йыйымдарҙың тәғәйенләнеше һәм бүленеше һ.б.) бурыстарға ҡайтып ҡалған.

Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында У.с. 1866 й. 18 мартындағы указ нигеҙендә индерелә. Мировой аралашсыларына, 1877 й. башлап — крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеларына (1877 й. 6 июнендәге “Әстерхан, Ырымбур һәм Өфө губерналарында мировой аралашсылары вазифаһын бөтөрөү тураһында” указына ярашлы), 1894 й. — земство участкаһы нач. (1894 й. 6 июнендәге “Әстерхан, Олонец, Ырымбур һәм Өфө өйәҙҙәрендә крәҫтиән һәм суд учреждениеларын үҙгәртеү тураһында 1889 й. 12 июлендәге закон положениеларын ғәмәлгә индереү тураһында” указына ярашлы) буйһонған. “Башҡорттар тураһында положение” һәм 1865 й. 2 июлендәге “Башҡорттарҙы хәрби идаранан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” законына ярашлы улус (йорт) сходтары ойошторолған. Улус (йорт) сходтары составына һайлап ҡуйылған ауыл һәм улус етәкселәре, башҡорт, мишәр, типтәрҙәр (25 өйҙән 1 вәкил) ингән. Сходтарҙа ауыл һәм улус етәкселәре һайланған һәм уларҙың, ш. иҫ. ялланма хеҙм‑рҙәрҙең, улус суды судьяларының, эшмәкәрлеге тикшерелгән; ерҙәрҙең тәғәйенләнешен, улус һалымдарын, донъяуи йыйым һәм бурыстарҙы, ш. иҫ. хәрби йөкләмәне, билдәләү; мохтаж кешеләргә йәмәғәт запасынан пособиелар, улусты төҙөкләндереүгә, ш. иҫ. тирмән, баҙар төҙөүгә, аҡса бүлеү; яңы ағзалар ҡабул итеү; улус мәктәбе һәм уч‑щелары асыу; мөгәзәйҙәр төҙөү һәм уларҙың торошон тикшереү; йәмәғәт күҙәтеүе өлкәһендә саралар уҙғарыу (мохтаждарға, етемдәргә, олоғайған кешеләргә ярҙам итеү); юғары инстанцияларға үтенес, ялыуҙар ебәреүҙе ойоштороу кеүек мәсьәләләр ҡаралған. О.с. төп бурыстары 1917 й. улус земстволарына, артабан улус башҡарма ком‑ттарына күскән.

Әҙәб.: Улус идараһы мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.И.Ҡантимерова, М.И.Роднов

Тәрж. М.Х.Хужин