УЛУС ИДАРАҺЫ, Рәсәйҙә улустарҙа крәҫтиән идаралығының башҡарма органы (ҡара: Урындағы үҙидара). 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение”ға ярашлы (тәүҙә 1797 й. — удел крәҫтиәндәре, 1838 й. дәүләт крәҫтиәндәре м‑нидара итеү өсөн индерелгән), Крәҫтиән реформаһы ваҡытында крәҫтиәндәрҙең барлыҡ категориялары өсөн дә раҫлана. У.и. составына улус старшинаһы һәм писарь, ауыл старосталары, улуссходында тәғәйенләнгән 1—2 махсус заседатель, яһаҡ йыйыусылар һ.б. ингән. Башында улус старшинаһы торған (ул улус сходында 3 йылға һайланған). Мировой аралашсыларға, 1874 й. алып — крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеһына (ҡара: Крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары), 1889 й. башлап земство участкаһы начальниктарына буйһонған. Кәмендә аҙнаға 1 тапҡыр йыйылырға тейеш булған (ял йәки байрам көндәрендә). Адм.‑хужалыҡ (улус етәкселәрен, ялланып хеҙмәт итеүселәрҙе эшкә алыу һәм вазифаһынан бушатыу, улус һәм земство йөкләмәләренең үтәлешен күҙәтеү, улус сходы раҫлаған аҡсаны тотоноу, улус мөлкәтенә контроллек итеү, паспорт биреү һ.б.), фискал (һалымдар, улус һәм земство йыйымдарын алыу һ.б.), суд-полиция (йәмәғәт тәртибен һаҡлауға, улус судтары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү һ.б.) бурыстарын (ш. иҫ. 300 һумлыҡ килешеүҙәрҙе теркәү, статистик мәғлүмәттәр йыйыу һ.б.) үтәгән.

Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында У.и.1866 й. 18 мартындағы указға ярашлы индерелә. Мировой аралашсыларға, 1877 й. башлап – крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеларына (1877 й. 6 июнендәге “Әстерхан, Ырымбур һәм Өфө губерналарында мировой аралашсы вазифаһын бөтөрөү тураһында” указына ярашлы), 1894 й. алып земство участкаһы начальниктарына (1894 й. 6 июнендәге “Әстерхан, Олонец, Ырымбур һәм Өфө өйәҙҙәрендә крәҫтиән һәм суд учреждениеларын үҙгәртеү тураһында 1889 й. 12 июлендәге закон положениеларын ғәмәлгә индереү тураһында” указына ярашлы) буйһонған. “Башҡорттар тураһындағы положение” һәм 1865 й. 2 июлендәге “Башҡорттарҙы хәрби идаранан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” законға ярашлы улус (йорт) идаралары ойошторолған. Башында улус (йорт) старшинаһы торған, составына улус писары, ауыл старосталары, махсус заседателдәр, һалым йыйыусылар, йомошҡа йөрөүселәр һ.б. ингән. У.и. эшләүселәр составы йыш ҡына тотороҡло булып, хәлле һәм абруйлы крәҫтиәндәрҙән торған, белемле кешеләр етмәү сәбәпле, улус писарҙары (айырыуса урыҫ булмаған ауыл йәмғиәттәрендә) ҙур роль уйнаған. Идаралар улус һалымдарын, төрлө йыйымдарҙы, недоимкаларҙы бүлеп биргән һәм йыйған, янғындан һәм һыу баҫыуҙан һ.б. ҡаза күргәндәргә страховка түләгән; улус һәм земство, ш. иҫ. хәрби хеҙмәт, йөкләмәләренең үтәлешен, улус ерҙәре м‑н идара итеүҙе, улус сходында раҫланған аҡсаны тотоноуҙы, улус мөгәзәйҙәрен, мәктәптәрҙе һәм училищеларҙы, мөлкәтте (тирмән, баҙарҙар һ.б.), етемдәр һәм ҡарттарҙы тәрбиәгә алыуҙы күҙәткән; улус етәкселәрен, ялланып хеҙмәт итеүселәрҙе эшкә алыу һәм эштән бушатыу, ҡаҙнаға йәки берәй кешегә бурысы өсөн крәҫтиәндәрҙең мөлкәтен һатыу иҫәбен алып барған; улус судтарында ер, мөлкәт һ.б. бәхәстәрҙе ҡарауға, кооперативтарҙың үҫешенә, йәмғиәт тәртибен һаҡлауҙа полиция эшмәкәрлегенә һ.б. ярҙамлашҡан. У.и. улус сходы һәм улус суды ҡарарҙарын, килешеүҙәрҙе теркәп барған; паспорттар биргән, хаттарҙы ҡабул итеп алған һәм тапшырған, почта билдәләрен һатҡан; үҙенең, ш. иҫ. тәртип боҙоусыларҙы тотоу өсөн, биналары булған; губерна, өйәҙ һәм земство учреждениелары өсөн статистик мәғлүмәттәр (халыҡ иҫәбе, ерҙе файҙаланыу торошо, сәсеүлектәр иҫәбе, уңыш күләме һ.б.; ҡара: Земство статистикаһы) йыйыуҙа ярҙам күрһәткән. У.и. төп бурыстары 1917 й. улус земстволарына, артабан улус башҡарма ком‑ттарына күскән (ҡара: Советтар).

Әҙәб.: Кантимирова Р.И. Государственное управление в Уфимской губернии во второй половине XIX — начале ХХ вв. Стерлитамак, 2000; Роднов М.И. Крестьянство Уфимской губернии в начале ХХ века (1900—1917 гг.): социальная структура, социальные отношения. Уфа, 2002.

Р.И.Ҡантимерова, М.И.Роднов

Тәрж. М.Х.Хужин