ФРАНЦУЗ ТЕЛЕ, роман телдәренең береһе (галл‑роман төркөмсәһе). Франция, Гаити, Монаконың рәсми теле; Андорра, Бельгия, Канада, Люксембург, Швейцарияның рәсми телдәренең береһе; ҡайһы бер Африка илдәренең берҙән‑бер йәки рәсми телдәренең береһе. БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Италияла, АҠШ‑та, Океания илдәрендә һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны (Ф.т. туған теле тип һанаусылар) – 200 млн ашыу кеше. 2002 й. БР‑ҙа Ф.т. белеүселәр 9973 кеше тәшкил итә. Окситан (провансаль) теленә яҡын. Латин теленә барып тоташа. Ф.т. француз (франсий, төньяҡ, көнбайыш, көньяҡ‑көнбайыш, үҙәк, көнсығыш, көньяҡ‑көнсығыш) һәм франк‑провансаль диалекттарын айыралар. Хәҙ. әҙәби Ф.т. 17 б. көнбайыш диалекттары нигеҙендә формалашҡан. Фонетикаһы өсөн аныҡ артикуляция хас: бөтә һуҙынҡылар баҫымға ҡарамай асыҡ итеп әйтелә, тартынҡылар йомшармай һәм һүҙ аҙағында һаңғырауланмай (сағ.: французса la para[d]e – урыҫса пара[т]) һ.б. Көс баҫымы һуңғы ижеккә төшә: “administratíf” (административ), “administratión” (администрация); һөйләмдә баҫым һаны һүҙҙәр һаны м‑н түгел, ә һүҙҙәр уларға берләшкән ритмик төркөмдәргә ҡарап билдәләнә, шулай итеп, һүҙ, ҡушылыу һәм бәйләнеү күренештәренә (телмәр омонимияһы) ярашлы, йыш ҡына әйтелешен үҙгәртә. Морфологияһында һүҙҙәрҙең үҙгәрмәүсәнлек тенденцияһы күҙәтелә: “ѐlѐve” (уҡыусы), “jeune” (йәш); грамматик мәғәнәләрҙең (енес, һан, зат) күбеһен белдереү йыш ҡына синтаксис сфераһына күсерелә, махсус ярҙамсы һүҙҙәр киң ҡулланыла: ҡылым алдындағы артиклдең 3 төрө “je” (мин), “tu” (һин), “il” (ул) һ.б. үҙ аллы “moi”, “toi”, “lui” м‑н бер рәттән ҡулланыла, детерминативтар – ярҙамсы сифат алмаштары “mon” (минеке), “ce” (был) һ.б., мәҫ., “je pars aujourd'hui” (мин бөгөн китәм), “il a dit” (ул әйтте), “je prends ce livre” (мин был китапты алам) һ.б. Синтаксисы һүҙҙәрҙең ҡаты тәртибе, һөйләмдәрҙең ике составлы булыу тенденцияһы, хәбәрҙең ҡылымдан булыуы һ.б. м‑н характерлана. Ф.т. лексикаһының формалашыуында латин теле ҙур роль уйнай, унан күп һүҙҙәр, һүҙьяһалыш моделдәре, синтаксик әйтемдәр үҙләштерелгән. Шулай уҡ һүҙлек составында испан, итальян, инглиз телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Яҙыуы латин алфавиты нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. француз алфавиты 26 хәрефтән тора. Ф.т. БР‑ҙың урта мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнелә. Ф.т. б‑са белгестәрҙе БДУ‑ла, БДПУ‑ла, БДУ‑ның Бөрө филиалында әҙерләйҙәр. Француз филол. өлкәһендәге фәнни‑тикшеренеү эштәре Р.Ҡ.Ғарипов, Т.П.Нехорошкова етәкс. алып барыла.

Әҙәб.: Гак Ю.С. Введение во французскую филологию. М., 1986; Реферовская Е.А. Формирование романских литературных языков: французский язык. М., 2007.

Р.Ҡ.Ғарипов, Т.П.Нехорошкова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика