ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ, БР‑ҙағы ижади берекмә. 1992 й. Өфөлә ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — БР‑ҙа фото сәнғәте үҫешенә, уның художество‑эстетик потенциалын, ижт. әһәмиәтлелеген күтәреүгә, Союз ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм проф. ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлауға булышлыҡ итеү. ФРС документаль һәм художестволы фотография конкурстары, фестивалдәр, тематик һәм персональ фотокүргәҙмәләр, ижади лабораториялар, семинарҙар ойоштора; халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй фотопроекттарында ҡатнаша. ФРС структураһында Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдар бар. Юғары етәксе органы — йыйылыш (5 йылға 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составына 131 ағза инә (2009). Идара рәйестәре: Р.И.Килмәмәтов (1992 й. алып), Ф.Ҡ.Абсатаров (2003 й. алып), С.А.Миланов (2004 й. алып), А.Ю.Витковская (2005 й. алып), М.К.Суфиянов (2006 й. алып), Э.Р.Ураҡов (2007 й. алып).

Р.А.Нафиҡов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика