“ФОНТАН”, кинотеатр. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1960 й. асыла. 2 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны — 198), 2 киноаппарат бүлмәһе бар. 2009 й. 1722 киносеанс үткәрелгән (41 меңдән ашыу тамашасы). “Ф.” кинофестивалдәр, кинобайрамдар, кинолекторийҙар, хәйриә сеанстары, мәктәп программаһына ярашлы фильмдар күрһәтеү һ.б. ойошторола.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Илл.: “Фонтан” кинотеатры

 

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика