ФОНЕТИКА (гр. phonetikos – өнлө, тауышлы), телдең өн системаһын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Ф. телдең тәғәйенләнешен, телмәр аппараты ағзаларының эшен, яһалыштың урынын һәм ысулдарын, ш. уҡ өндәрҙең акустик характеристикаһын, көсөн, тембрын, дауамлылығын һ.б. өйрәнә. Өн күренештәре һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе һәм фекерҙе матди формалаштырыу өсөн хеҙмәт иткән тел системаһы элементтары булараҡ ҡарала. Н.К.Дмитриевтың Башҡорт теленең грамматикаһы” хеҙмәте башҡорт теленең Ф. системалы тасуирлауға арналған тәүге фундаменталь хеҙмәт һанала, унда башҡорт теленең фонетик системаһына классификация яһала, айырым һуҙынҡыларҙың (ҡара: Вокализм) һәм тартынҡыларҙың (ҡара: Консонантизм) тарихи үҫеше мәсьәләләре яҡтыртыла, телмәр ағышындағы өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәре тасуирлана, сингармонизм тәбиғәте һүрәтләнә. Ж.Ғ.Кейекбаевтың Башҡорт теленең фонетикаһы” хеҙмәтендә башҡ. теле өндәренең акустик һәм физиологик характеристикаһы төрки телдәрҙең фонетик системаһы м‑н сағыштырып тикшерелә, тел ғилемендә тәүге тапҡыр телмәр аппараты һәм уның өлөштәре функциялары билдәләнә, һүҙҙәрҙе һәм морфемаларҙы яһаусы һәм мәғәнәһен айырыусы берәмек булараҡ фонемаларҙың асылы нигеҙләнә. Башҡ. теленең тарихи фонетикаһы Ф.Ғ.Хисамитдинова, тасуири Ф. – Н.Х.Ишбулатов, башҡ. теленең Ф. башҡа төрки телдәр м‑н сағыштырыуға Т.М.Ғарипов тикшеренеүҙәре арналған.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика