ФОЛЬКЛОРИСТИКА. Фольклор, уның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, идея‑эстетик тәбиғәте, жанр һәм художество үҙенсәлектәре, башҡорт әҙәбиәте м‑н үҙ‑ара бәйләнеше т‑дағы фән. Башҡорттарҙың фольклоры т‑да айырым мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Плано Карпини, В.Рубрук һ.б. көндәлек яҙмаларында һәм иҫтәлектәрендә бирелә. 19 б. башҡорттарҙың рухи тормошо, фольклоры т‑да тулыраҡ мәғлүмәттәр барлыҡҡа килә башлай (М.М.Биксурин, И.И.Георги, М.И.Иванов, И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, П.И.Рычков, В.Н.Татищев һ.б. хеҙмәттәре). Халыҡ ауыҙ‑тел ижады әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемәлә Т.С.Беляев, В.И.Даль, П.М.Кудряшёв һ.б. интерпретацияһында баҫыла, А.Г.Бессонов, Р.Г.Игнатьев, М.В.Лоссиевский, Ф.Д.Нефёдов, И.К. Покровский, С.Г.Рыбаковтың һ.б. фольклор‑этнографик эштәре нәшер ителә. Фольклор әҫәрҙәрен йыйыу м‑н башҡ. интеллигенцияһы вәкилдәре М.Ә.Ҡыуатов, М.И.Өмөтбаев, Б.Ғ.Юлыев, М.Байышев һ.б. шөғөлләнә. 20 б. башында М.А.Буранғолов, Д.К.Зеленин, З.Өммәти, М.Солтанов, Ф.К.Туйкин һ.б. хеҙмәттәре сыға. Революциянан (1917) һуң Ф. үҫешендә яңы этап башлана. 1922 й. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте ойошторола, унда С.Ғ.Мирасов, Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Ф.Вилданов, С.Сәлимов һ.б. инә. “Яңы юл”, “Сәсән” (ҡара: “Ағиҙел”), “Белем” ж., “Башҡорт аймағы” баҫмаһында фольклор, халыҡ ижады өлгөләре т‑да мәҡәләләр баҫыла. “Боронғоларҙың һүҙҙәре” (1924), “Башҡорт йомаҡтары” (1927), “Халыҡ әҙәбиәтенән мәҡәлдәр һәм йомаҡтар” (1930) фольклор материалдары йыйынтыҡтары нәшер ителә. 20‑се йй. — 30‑сы йй. башында фольклорға ҡараш төрлө була, матбуғат биттәрендә ул ваҡыт өсөн актуаль булған Ф. мәсьәләләре б‑са дискуссиялар алып барыла (Буранғолов, С.Кулибай, М.Марат, И.Насыри һ.б. публикациялары). Ф. үҙ аллы фәнни йүнәлеш булараҡ үҫеше Башҡ‑н милли мәҙәниәт ҒТИ (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) асылыуға бәйле: даими рәүештә фольклор материалдарын йыйыу ойошторола, вуздарҙа һәм техникумдарҙа фольклорҙы уҡытыу индерелә. 1936 й. Ғ.Амантай тарафынан фольклор йыйыусылар өсөн “Фольклор материалын йыйнау буйынса ҡыҫҡаса ҡулланма” сығарыла. 1938 й. ин‑тта фольклор секторы ойошторола, унда Буранғолов, Ғ.Сәләм, Х.Х.Хамматов, М.Хәй, Ғ.Әмири һ.б. хеҙмәттәшлек итә. Ваҡытлы матбуғатта “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Юлай менән Салауат” эпостары баҫыла; “Башҡорт мәҡәлдәре” (1936), “Башҡорт совет халыҡ йырҙары”, “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” (икеһе лә — 1939), “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” (“Башкирские народные сказки”; 1941) йыйынтыҡтары нәшер ителә. Б.В. һуғышы йылдарында Ф. ярҙамында патриотизм, Ватанды һаҡларға саҡырыу пропагандалана; “Батырҙар тураһында эпос” (1943), “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары” (1944), “Салауат батыр” (1945) һ.б. башҡ. фольклоры өлгөләре йыйынтыҡтары сығарыла. Шулай уҡ һуғышта яҙып алынған хәҙ. халыҡ ижады әҫәрҙәре нәшер ителә: “Батырҙар йыры” (1943), “Ватан һуғышы йырҙары” (1944), “Һуғыш фольклоры” (1944) һ.б. 1951 й. СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалы асылыу м‑н халыҡ ауыҙ‑тел ижады әҫәрҙәрен йыйыу һәм баҫтырыу, фәнни тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеге үҫешендә яңы этап башлана. 3 томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” (1954—59) йыйынтығының тәүге баҫмаһын сығарыу фәнни‑текстологик хеҙмәттәрҙең ҙур ҡаҙанышы булып тора. 50‑се йй. аҙ. — 70‑се йй. йыл һайын экспедициялар үткәрелә, Башҡортостан райондарына, Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Пермь өлк. (етәкселәре С.Ә.Галин, К.Мәргән, Ф.А.Нәҙершина, М.М.Сәғитов, Д.Н.Шоңҡаров һ.б.) сәфәрҙәр ойошторола. Башҡорт дәүләт университетының башҡ. әҙәбиәте һәм фольклоры каф. эргәһендә фольклор фонды булдырыла. 90‑сы йй. студенттарҙың һәм ТТӘИ хеҙм‑рҙәренең фольклор йыйыу б‑са эштәре тикшеренеүселәргә Ф. актуаль проблемаларын ғилми өйрәнергә һәм фундаменталь тикшеренеүҙәр башларға мөмкинлек бирә. К.Мәргәндең “Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары” (1961) монографияһы сыға, Ә.И.Харисовтың “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы (18—19 быуаттар)” [1965; урыҫса тәржемәләре “Литературное наследие башкирского народа (18—19 вв.)] китабында фольклор яңыса яҡтыртыла. 18 томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” (1972—85) йыйынтығын баҫтырып сығарыу башҡ. фольклорсыларының ҙур ҡаҙанышы һәм фольклор байлығын текстологик үҙләштереүгә өлөш була, ш. уҡ исемле йыйынтыҡты 55 томда әҙерләү һәм баҫтырыу эштәре алып барыла (1—12‑се томдар; 1995—2009). “СССР халыҡтары эпостары” (“Эпос народов СССР”; 1977) акад. серияһында баҫылған “Башҡорт халыҡ эпосы” (“Башкирский народный эпос”) томы фольклор ҡомартҡыларын урыҫ телендә нәшер итеүҙең тәүге тәжрибәһе була, йыйынтыҡты әҙерләүҙә СССР ФА‑ның А.М.Горький ис. Донъя әҙәбиәте ин‑ты фольклорсылары А.С.Мирбадалева һәм Н.В. Кидайш‑Покровская фәнни‑ғәмәли яҡтан ярҙам күрһәтә. ТТӘИ ғалимдары тарафынан “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтығы сығарыла. 90‑сы йй. 2‑се ярт. башҡ. фольклоры әҫәрҙәрен инглиз, төрөк, венгр телдәренә тәржемә итеү һәм баҫтырып сығарыу башлана. “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр‑риүәйәттәре” (1997), “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары” (2001), “Урал батыр: башҡорт халыҡ ҡобайыры” (2003), “Салауат башҡорт фольклорында” (2 томда, 2008; бөтәһе лә — башҡ., урыҫ, ингл. телдәрендә; төҙөүсе авторы Нәҙершина) һ.б. йыйынтыҡтар башҡ. фольклорын халыҡ‑ара байлыҡ дәрәжәһенә күтәрә. 20 б. аҙ. — 21 б. башында эпос (Галин, Сәғитов), әкиәттәр (Ә.М. Сөләймәнов, Н.Т.Зарипов, Г.Р. Хөсәйенова), әкиәт булмаған проза һәм афористик жанрҙар (Нәҙершина, Сөләймәнов, Б.Ғ.Әхмәтшин), совет фольклоры (Б.С.Байымов, Зарипов, Мәмбәтов, Сөләймәнов, Сәғитов), бәйет һәм мөнәжәттәр (Г.С.Галина, Сәғитов, Шоңҡаров), йырҙар (Галин), йола поэзияһы (Р.Ә.Солтангәрәева) б‑са монографиялар, “Башҡорт халыҡ ижады” (2005; төҙөүсеһе Хөсәйенова) хрестоматияһы һ.б. нәшер ителә; “Башҡорт ауыҙ‑тел поэтик ижады буйынса аннотацияланған библиографик күрһәткес” (“Аннотированный библиографический указатель по башкирскому устнопоэтическому творчеству”; 1967; төҙөүселәре Галин, Нәҙершина), “Башҡорт фольклористикаһы (1967—1985)” [“Башкирская фольклористика (1967—1985)”; 1993; төҙөүсеһе Галин] библиографик күрһәткестәре төҙөлә. Галин тарафынан башҡ. фольклоры б‑са “Тел асҡысы халыҡта” (1993, 2‑се баҫма 1999; урыҫса тәржемәлә “Народной мудрости источник”, 2007) аңлатмалы һүҙлеге сығарыла. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре “Совет Башҡортостанында фольклористика” (“Фольклористика в Советской Башкирии”; 1974), “Башҡорт фольклористикаһы мәсьәләләре” (“Вопросы башкирской фольклористики”; 1978), “Башҡорт фольклоры: һуңғы йылдар тикшеренеүҙәре” (“Башкирский фольклор: исследования последних лет”; 1986) мәҡәләләр йыйынтыҡтарында һәм “Башҡорт фольклоры”, “Фольклор народов России” дауамлы баҫмаларында һ.б. сағылыш таба. 2003 й. алып ТТӘИ‑лә экспедицияларға сығыуҙар тергеҙелә. Йыйылған материалдар Ғилми архивта һаҡлана, 2006 й. башлап айырым китап итеп нәшер ителә (2010 й. 9 йыйынтыҡ сыға). “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Урал батыр” һ.б. башҡ. халыҡ эпостары, йола поэзияһы, әкиәттәр, көләмәстәр, легендалар һ.б. жанр өлгөләре төрөк телендә нәшер ителгән [“Төрки әҙәбиәте антологияһы. Башҡорт әҙәбиәте” (“Антология тюркской литературы. Башкирская литература”). 29‑сы том. Анкара, 2004].

Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов