ФОЛЬКЛОР (ингл. folklore), халыҡ ижады, кешеләрҙең тормошон, фекерен, идеалдарын сағылдырған халыҡтың художестволы коллектив ижади эшмәкәрлеге; халыҡ тарафынан тыуҙырылған һәм халыҡ массаларында йәшәп килгән поэзия (халыҡ ауыҙ‑тел шиғри ижады), музыка, театр, бейеү, архитектура, һынлы сәнғәт, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте. Ф. халыҡ йырсылары һәм музыканттары барлыҡҡа килтерә. Халыҡ ауыҙ‑тел шиғри ижадында тәбиғәткә ҡараш, йәшәйеш аҡылы, психология, әхлаҡи идеалдар, соц. өмөттәре һәм ижади фантазияһы сағыла. Ф. халыҡтың рухи тормошонда ҙур роль уйнай, төп белем сығанағы була. Үҙенсәлектәре: традициялылыҡ, телдән булыуы, импровизациялылыҡ, коллективлыҡ, анонимлыҡ, синкретизм, фиксацияланған булмауы, вариативлыҡ, структур йәһәттән – сағыштырмаса стабиль булыуы, эпизодтарҙың ҡабатланып килеүе, фольклор формулаларының стереотиплығы. Эпик жанрҙарҙы – хикәйәләү (эпос, әкиәт, мәҫәл, лаҡап, уйҙырмалар, ялҡытҡыс әкиәттәр, риүәйәттәр һәм легендалар, хөрәфәти хикәйә, кинәйәле хикәйә һ.б.); афористик (әйтем, мәҡәл, йомаҡ һ.б.); лирик (һүҙҙе, көйҙө, театрлаштырыу элементтарын берләштерә, музыка, бейеү, уйын фольклоры һәм халыҡ вокал сәнғәте м‑н тығыҙ бәйләнештә була) жанрҙарҙы үҙ эсенә ала. Кешеләрҙең тәбиғи соц.‑көнкүреш һәм етештереү эшмәкәрлегенә индерелеүенең дәрәжәһе, характерына ҡарап, жанрҙар йола фольклорына (арбау, һынамыштарҙы һ.б. үҙ эсенә ала), балалар фольклорына (тиҙәйткестәр, әйтешмәктәр) һ.б. төркөмләнә.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика