ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ, традицион, нығынған, ритмик тәртиптәге һүҙ конструкциялары. Ф.ф. фольклор поэтикаһының характерлы күренештәренең береһе булараҡ традицияның мөһим үҙәге булып тора. Тамамланған фекер итеп бирелә. Ф.ф. 1) инициаль (башлаусы), мәҫ., бәйеттәрҙең башы: “Бисмилла итеп башланым был бәйеттең баштарын”, әкиәт башы һ.б.; 2) медиаль, мәҫ., батырҙарҙың үҫеүе формулаһы: “Көн үҫәһен сәғәт үҫкән” һ.б.; 3) финал, мәҫ., әкиәттәрҙең традицион тамамланыуы: “Әкиәтем ары, үҙем бире” һ.б. төрҙәре айырыла. Әҫәрҙән әҫәргә, жанрҙан жанрға күсәләр, мәҫ., дошмандарҙың эпостағы һәм әкиәттәге диалог формулаһы: “Алыштанмы, атыштанмы?”. Ф.ф. фольклор тексын хәтерләүгә һәм уны традициялар сиктәрендә артабан тапшырыуға булышлыҡ итә.

Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика