БАБУШКИН Роман Романович (27.1.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡорҫаҡ Түбәләре а. — 29.7.1999, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Эске хеҙмәт полковнигы (1961). СССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА команда составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын тамамлаған (1944). 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. башлап Көньяҡ‑Көнсығыш, Сталинград, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 3‑сө Белорус фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армия 126‑сы уҡсылар див. 550‑се уҡсылар полкының уҡсылар батальоны ком. урынбаҫары гвардия өлкән лейт. Б. 1945 й. 7 апр. Кёнигсберг ҡ. (Германия) төньяҡтараҡ Шарлотта фортын штурмлағанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1947—79 йй. БАССР‑ҙың ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1954) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Бәләбәй ҡ. — бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Базекин Г. Отвоёванный рассвет //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке