ФИСИНИН Владимир Иванович (20.12.1939, Омск өлк. 358‑се совхоз), зоотехник‑селекционер. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре акад. академигы (1988), БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), а.х. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999). Омск а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй. 1964 й. алып Тюкалинск ҡошсолоҡ с‑зының зоотехник‑селекционеры, дир. урынбаҫары, 1967 й. — Көнбайыш Себер ҡошсолоҡ зона тәж. ст. (икеһе лә — Омск өлк.) дир.; 1971 й. башлап Бөтә Союз ҡошсолоҡ ғилми‑тикшеренеү һәм технология ин‑ты (Сергиев Посад ҡ.) дир., бер үк ваҡытта 1987 й. алып “Союзптицепром” Бөтә Союз ҒПБ‑ның, 1991 й. — Төбәк‑ара ҡошсолоҡ ғилми‑техник үҙәгенең ген. дир., 2002 й. — Рәсәй а.х. фәндәре акад. 1‑се вице‑президенты. Фәнни эшмәкәрлеге ҡоштар селекцияһының биол. һәм генетик нигеҙҙәрен, уларҙы ашатыу һәм аҫрау технологияһын өйрәнеүгә арналған. Тауыҡтарҙың итле (Смена‑2, Смена‑7, Конкурент‑2, Сибиряк) һәм йомортҡалы (П‑46, Родонит, Птичное, Радонеж) кростарының авторы. Һирәк һәм юғала барыусы тауыҡ тоҡомдары генофондының донъя коллекцияһын ойоштороуҙа; элиталы тоҡом ҡошсолоғо продукцияһын етештереү өсөн ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар эшләүҙә һ.б. ҡатнаша. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 115 уйлап табыу авторы. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (1995), СССР МС‑ы пр. (1979, 1990) лауреаты. Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1981), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2010), Почёт (2006), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Эмбриональное развитие птицы. М., 1990 (авторҙ.); Птицеводство стран мира в конце XX века. М., 2005 (авторҙ.); Птицеводство России – стратегия инновационного развития. М., 2009.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика