ФӘХРИСЛАМОВ Мөхәмәтнур Хәбибрахман улы (6.8.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны, — 31.1.1952, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Булгаков а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. алып Өфө р‑нының А.Д.Цюрупа ис. с‑зында баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1951 й. — Беренсе бүлексә идарасыһы. Ф. бригадаһы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 22,8 ц/га тәшкил иткән (1951). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1951).

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Илл.: М.Х.Фәхрисламов

Яндекс.Метрика