ФӘТТӘХЕТДИНОВ Спартак Ғабдрахман улы (6.10.1932, Мейәс ҡ. — 13.12.1994, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Геология ин‑тында (өҙөклөктәр м‑н) эшләй: 1961 й. башлап һәм 1969 й. — ғилми секретарь, 1966—68 йй. дир. вазифаһын башҡарыусы, 1991 й. алып палеовулканология һәм металлогения лаб. төп ғилми хеҙм‑ре. 1971 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮ Президиумында: ғилми секретарь, 1989 й. алып баш ғилми секретарь. Фәнни эшмәкәрлеге Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш сите, Урал алды бөгөлө, Көньяҡ Уралдың алғы йыйырсыҡтары тектоникаһын һәм геол. үҫеше тарихын тикшереүгә; геоканцерологияға арналған. Ф. тарафынан Ҡариҙел һәм Ағиҙел йй. басс. нефтле һәм газлы районының геол. төҙөлөшө үҙенсәлектәре, Асы минераль һыу сығанаҡтары районының гидрогеол. һәм геохимик характеристикалары, Янғантауҙа термаль күренештәрҙең сәбәптәре өйрәнелгән. Ул БР‑ҙың онкогеол. карталарын төҙөгән, юғары хәүефтең геол. формацияларын асыҡлаған. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Ассы — лечебная местность Республики Башкортостан. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика