ФӘТҠУЛЛИН Ғөбәй Сәлим улы [5.8.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ҡунаҡбай а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан пед. ин‑тын (1938), 1‑се Мәскәү Ҡыҙыл байраҡлы хәрби авиация техник уч‑щеһын (1942) тамамлаған. 1937—39 йй. “За большевистский колхоз” (“Большевиктар колхозы өсөн”) гәз. мөхәррир урынбаҫары (ТАССР‑ҙың Пестрецы а.). 1946 й. алып Учалы р‑нында эшләй: “Зауралец” (“Урал аръяғы кешеһе”) гәз. (ҡара: “Учалинская газета”) яуаплы мөхәррир, 1948 й. башлап КПСС‑тың район ком‑тында, 1950 й. — “Совет” к‑зы рәйесе, 1975 й. — “Өргөн күле” ял йорто дир., 1979—83 йй. Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәтенең Башҡ‑н советында уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са өлкән инструктор. Ф. етәкс. 2000 га яҡын сиҙәм һәм ҡалдау ер үҙләштерелә. Ленин (1957), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Баталин В. Живущий силой земли //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

Н.А.Яппарова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Илл.: Ғ.С.Фәтҡуллин

Яндекс.Метрика