ФӘТИХОВА Лиә Әмир ҡыҙы (9.1.1948, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1997), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ (өҙөклөк м‑н) уҡыта (1998—2014 йй. сағыштырма тел ғилеме каф. мөдире). 1976—91 йй. ӨАИ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге когнитив, гендер һәм контрастив лингвистика мәсьәләләрен (башҡорт теле, инглиз теле, урыҫ теле, француз теле материалында) өйрәнеүгә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Основы интериоризации речи. Уфа, 1996; Элементы контрастивной лингвистики. Уфа, 2001; Логико‑семантическая категория контраста в английском языке (на материале финансово‑экономического медиа‑дискурса)(авторҙ.). Уфа, 2016 .

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке