ФӘРХЕТДИНОВ Рәшит Ғабдулхай улы (11.9.1966, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.), биолог. Биол. ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1989). 1992 — 2007 йй. Биология ин‑тында (1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 1995 й. алып “Башҡортостан үләндәре” ЯСЙ‑нда (1998 й. — фән һәм үҫеш б‑са дир.) эшләй. 2008 й. башлап БДАУ‑ҙа, 2013 й. — БДУ‑ла (2017 й. алып биохимия һәм биотехнология каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге дарыу үҫемлектәрен һәм баллы үҫемлектәрҙе өйрәнеүгә, уларҙы фитотерапияла һәм умартасылыҡта ҡулланыуға, а.х. үҫемлектәрендә хужалыҡ яғынан мөһим булған билдәләрҙе булдырыуҙа фитогормондарҙың роленә арналған. Ф. тарафынан үҫемлек сеймалын түбән температурала вакуумлы һыу м‑н айырыу ҡулайламаһы уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә, ҡыяҡлы культураларҙың ҡоролоҡҡа сыҙамлылығын һәм продуктлылығын диагностикалау, дарыу үләндәре ҡатышмаһы, мазь алыу методикалары, баллы шарап етештереү технологияһы эшләнә. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гормональная регуляция водного обмена и роста растений на разных фонах минерального питания и при дефиците воды. Уфа, 2014 (авторҙ.); Нектароносные ресурсы заказника “Алтын солок” и перспективы расширения ареала бурзянской бортевой тёмной лесной пчелы //Тёмная лесная пчела Apis mellifera mellifera L. Республики Башкортостан. Уфа, 2015 (авторҙ.); Herbal dietary supplement with antifungal effect for in creasing the productivity of honey bee colonies //Honeybees: biology, behavior and benefits. New York, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке