БАБУРИН Михаил Фёдорович (19.9.1907, С.‑Петербург — 9.9.1984, Мәскәү), скульптор. СССР Художество акад. академигы (1973). СССР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1965) халыҡ рәссамы. Юғары художество‑техник ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1930). 1961—84 йй. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тында уҡыта. Ижадына классик традицияларға таяныу, гуманизм, тәрән соц. мәғәнә, нәфис образдар ҡоролошо хас. Б. проекттары б‑са Өфөлә Дуҫлыҡ монументы (1965, скульпторы Г.П.Левицкая, архитекторҙары Г.И.Гаврилов һәм Е.И.Кутырёв м‑н берлектә), В.И.Ленин һәйкәле (ш. уҡ исемле майҙанда; 1967, архитектор Гаврилов м‑н берлектә) төҙөлгән. “Йыр” (бронза, 1957, Рус музейы, С.‑Петербург), “Дан” (бронза, 1972, Кострома ҡ.), “Хеҙмәт тантанаһы. Башҡортостан” (алюмин, 1968, Мәскәү) һ.б. һәйкәлдәр һәм монументаль‑декоратив әҫ. авторы. Сталин пр. лауреаты (1950).

Әҙәб.: Шмигельская Е.В. Скульптор М.Ф.Бабурин. Л., 1964.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика