ФӘРИТОВ Тәбрис Әхмәтислам улы (10.1.1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Өс‑Әсән а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Өсөгән‑Әсән а.), зоотехник. А.х. ф. канд. (1969), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Бөрө тәж.‑производство хужалығының баш зоотехнигы. 1969 й. алып Ҡырғыҙ малс‑ҡ һәм ветеринария ҒТИ‑ның (Фрунзе) өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1975 й. башлап БДАУ‑ҙа (1977—2006 йй. а.х. малдарын ашатыу каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре мал аҙығын етештереү һәм һаҡлауҙың энергия һаҡлаусы технологияларын эшләүгә, уларҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға, төбәктәрҙең мал аҙығы базаһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, а.х. малдарын баланслы ашатыуҙы ойоштороуға арналған. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Использование кормовых добавок в животноводстве. Уфа, 2002; Корма: заготовка, хранение и подготовка к скармливанию. Уфа, 2005.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика