ФӘЙЗУЛЛИНА (Мәхмүтова) Лира Фәхри ҡыҙы [25.2.1936, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], диктор. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһын (1956), Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1956 й. алып Ғафури р‑нының Үтәк урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй, 1959—98 йй. “Башҡортостан” ДТРК‑һы дикторы.

Юғары телмәр мәҙәниәте, яғымлы тембрлы моңло тауыш, һөйкөмлөлөк һәм артислыҡ Ф. 1960—90 йй. билдәле радио алып барыусыларҙың береһе булырға булышлыҡ итә. Башҡ‑н ТВ‑нда “Асыҡ ишек” балалар тапшырыуын; радиола “Ата‑әсәләр өсөн тапшырыу” рубрикаһын, “Ауыл хужалығы” радиожурналын, мәғлүмәт‑сәйәсәт, балалар тапшырыуҙарын, әҙәби композициялар, байрам сараларынан тура трансляциялар алып бара; радиоспектаклдәрҙә ҡатнаша. “Туй” т/ф төшә (“Баштелефильм”, 1970). Респ. йәштәр фестивале лауреаты (Өфө, 1957).

Әҙәб.: Говорит Уфа. Радио Башкортостана — 75 лет. Уфа, 2004.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика