ФӘЙЗУЛЛИНА Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы [1924 й. дек., БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Үрге Иҙрис а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 6.7.1987, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963). 1940 й. алып Баймаҡ р‑нының 1‑се Май ис. к‑зында, 1942 й. — Түбә руднигының эзбиз карьерында эшләй, 1954—79 йй. Октябрҙең 50 йыллығы ис. к‑зда һауынсы. Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3059 кг тәшкил иткән (1962—66). РСФСР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966, 1973).

Әҙәб.: П е р ч а т к и н В. Руки доярки // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Илл.: Г.С.Фәйзуллина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.