ФӘЙЗУЛЛИН Абдулла Мөхәмәтдин улы [7.8.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Рафиҡ а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). 1942—89 йй. “1‑се Таналыҡ” к‑зында эшләй, 1947 й. алып Һарыкүл МТС‑ы тракторсыһы, 1957 й. — “Матрай” с‑зының (бөтәһе лә — Хәйбулла р‑ны) тракторсы‑комбайнсыһы, 1972 й. — механигы. Ф. юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә: 1966 й. план 900 га булғанда 1130 га ер һөрөлә, 1265 т иген йыйып алына. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1967).

Әҙәб.: Удалов А. Звёзды не гаснут //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Илл.: А.М.Фәйзуллин

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика