ФӘЙЕЗОВ Фәйзрахман Вәлетдин улы (16.12.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ураҙбаҡты а., хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны, — 18.10.1998, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1952). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937—81 йй. Шишмә р‑нында эшләй: Салауат ис. к‑здың баҫыусылыҡ бригадаһы хисапсыһы, 1938—41 йй. Шишмә МТС‑ының тракторсыһы, 1946—54 йй. тракторсы‑комбайнсыһы; 1955 й. алып һәм 1967 й. — Салауат ис. к‑з рәйесе, 1959 й. — “Дуҫлыҡ” к‑зы рәйесе урынбаҫары, баш механигы, комплекслы бригадаһы бригадиры. Юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән: 1951 й. 1115 га майҙандан 8,2 мең т иген, 122 ц үлән орлоҡтары йыйып алған. Ленин (1952), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Дерипаско А. Достойный руководитель //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Илл.: Ф.В.Фәйезов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика