ФЕЛЬЕТОН (фр. feuilleton), йәмғиәттең кәмселектәрен һәм кешеләрҙең етешһеҙлектәрен фашлауға йүнәлтелгән үткер художестволы публицистик әҙәби жанр. Йәмәғәтселек фекере формалашыуында ҙур роль уйнай. Ф. тәнҡитле, йыш ҡына комик, ш. иҫ. сатирик, башланғыс хас. Төп үҙенсәлектәре: хәбәр иткән йәки фекер йөрөткән предметтың актуаллеге һәм хәрәкәтсәнлеге, алдан ҡоролған “планлы булмауы”, еңеллек, композицияһының тәбиғилеге, төрлө әҙәби һәм әҙәбиәттән тыш жанрҙарҙы һәм стилдәрҙе (шәхси йәки эш хаты, көндәлек, белдереү, доклад, резолюция һ.б.) пародия булараҡ ҡулланыу. Башҡорт әҙәбиәтендә Ф. тәүге өлгөләре Аҡмулла, М.И.Өмөтбаев һ.б. тарафынан ижад ителә, уларҙа ҡатып ҡалғанлыҡ, наҙанлыҡ, ҡатлам һәм милләт тәкәбберлеге тәнҡитләнә. Ш.Бабичтың Ф. йәмғиәттәге, ш. иҫ. театрҙағы (“Өфө тигеҙһеҙлектәре”, “Өфө ҡыҙыҡтары” һ.б.), мәғариф өлкәһендәге (“Өфөнән” һ.б.), журналистика эшмәкәрлегендәге (“Яҙыу”; бөтәһе лә – 1916) һ.б. кире күренештәрҙе фашлауға арналған. Совет осоро Ф. кешеләрҙең аңындағы капитализм осорона хас ҡараш һәм фекерҙәр тәнҡитләнә, бюрократизм, иҫкелек, ялағайлыҡ һ.б. мыҫҡыл ителә; С.Агиш, М.Ғафури, А.Карнай, С.Кулибай, Б.Ишемғол, И.Насыри, А.Ш.Ғирфанов, Ф.М.Ғүмәров, С.Ғ.Иманғолов һ.б. ижадында бирелә. Жанрҙың актуаллеге 20—21 бб. үҫеп китә, был йәмғиәткә яңы негатив соц.‑психологик типтарҙы һәм күренештәрҙе барлыҡҡа килтереүсе йәмәғәт формацияларының алмашыныуына булышлыҡ итә. Ф. өлкәһендә М.Н.Кәримов, Р.Ф.Мифтахов, М.Сәлим һ.б. эшләй. “Һәнәк” ж. төп жанры булып тора.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика