“БАБСАҠ МЕНӘН КҮСӘК”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Төп геройҙары Бабсаҡ бей һәм Ҡарағөлөмбәт образдарын һәм ваҡиғаларҙы ҡапма‑ҡаршы трактовкалауҙары м‑н айырылған ҡыпсаҡ (“Күсәк бей”) һәм бөрйән (“Бабсаҡ бей менән Ҡарағөлөмбәт бей”) версияларында билдәле. Ҡыпсаҡ версияһын тәүге тапҡыр 1916 й. С.М.Мөхәмәтҡолов Ырымбур губ. Орск өйәҙе Үрге Этҡол а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.) яҙып ала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, “Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе” нигеҙендә төҙөлгән). Шиғри‑проза формаһында йәшәй. Ҡыпсаҡ версияһы варианттарын (“Ҡиссаи Күсәк бей”, “Ҡыпсаҡ менән Күсәк” һ.б.) М.А.Буранғолов, Л.Н.Лебединский, С.Ф.Миржанова, М.М.Сәғитов, Ғ.Сәләм яҙып ала. Бөрйән версияһын тәүге тапҡыр 1939 й. А.Карнай Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. яҙып ала. Проза формаһында йәшәй. Бөрйән версияһы варианттарын (“Мәсем хан”, “Тойғон бей” һ.б.) Ғ.Әмири, Ғ.Сәләм, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Эпоста бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙарының ике быуын ғүмере дауамында үҙ‑ара ыҙғышыуы сағылдырыла. Әҫәр Мәсем хан етәкс. башҡ. ырыуҙарының тормошон, уларҙың ханлыҡҡа һөжүм иткән ҙур, “бығаса күренмәгән” йыртҡысҡа ҡаршы көрәштә берләшеүен һүрәтләй. Ҡыпсаҡ версияһына ярашлы, Бабсаҡ ул йыртҡысты үлтерә, ә Ҡарағөлөмбәт батырлыҡты үҙе ҡылғанлығын иҫбат итергә тырыша, һәм һүҙен һүҙ итә алмағас, Бабсаҡты үлтерә. Бөрйән версияһы б‑са, йыртҡыс м‑н алышта Ҡарағөлөмбәт еңеүсе булып сыға. Ваҡиғаларҙың артабанғы һүрәтләнеше ике версияла ла бер үк: Бабсаҡты үлтергәндән һәм ҡыпсаҡтарҙы юҡ иткәндән һуң, Ҡарағөлөмбәт Бабсаҡтың ауырлы ҡатынына өйләнә; Бабсаҡтың улы Күсәк, үҫеп, атаһы өсөн үс ала, Ҡарағөлөмбәтте үлтерә һәм уның бөтә ырыуын юҡ итә; бер малай ғына иҫән ҡала, унан аҙаҡтан бөрйән ырыуы тергеҙелә (“бөрйән” этнонимы “бер йән” тигәндән алынған, тигән фекер йәшәй). Эпоста Күсәктең ҡылыҡтары ике төрлө баһалана: ҡарымтаның хаҡлығы таныла, ләкин геройҙың яуызлығы ғәйепләнә. Ике версияның нигеҙенә һалынған идея бер үк: ырыу‑ара ыҙғыштарҙы ғәйепләү һәм башҡ. ырыуҙарын берләшергә саҡырыу. Эпостың 30‑ға яҡын варианты Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961; Сәғитов М.М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987.

Б.С.Байымов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика