ФЁДОРОВ Евгений Александрович (15.1.1897, Ковен губ. Видзы а. — 2.4.1961, Ленинград), яҙыусы. Бала сағы Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнитная станицаһында үтә. Граждандар һуғышы осоронда В.И.Чапаев командалығындағы бригада составында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә, ағалы‑ҡустылы Кашириндар һәм В.К.Блюхер командалығындағы партизан походтарында ҡатнаша. “Шелонь өҫтөндә йәшен” (“Гроза над Шелонью”; 1944), “Оло яҙмыш” (“Большая судьба”; 1953), “Ермак” (2 китапта, 1955) романдары, “Ҡара бейә” (“Вороная кобыла”; 1936), “Партизан хикәйәләре” (“Партизанские рассказы”; 1942) хикәйәләр йыйынтыҡтары һ.б. авторы. Ижадының төп темалары Урал һәм Себер тарихы м‑н бәйле. “Демидовтар” (“Демидовы”) романында, “Таш билбау” (“Каменный пояс”; 1940—1953) трилогияһында Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) йылдарындағы Е.И.Пугачёв һәм Салауат Юлаевтың бергә көрәше күрһәтелгән.

Әҫәрҙ.: Ермак: истор. роман. Челябинск, 1990.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.5. Уфа, 1968.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика