ФЁДОРОВ Александр Митрофанович (6.7.1868, Һарытау ҡ. — 1949, София), яҙыусы. “Мираҫ” (“Наследство”; 1899), “Тәбиғәт” (“Природа”; 1906) романдары, “Көнсығышҡа” (“На Восток”; 1904), “Океан аръяғына” (“За океан”; 1909) юл очерктары китаптары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1911) шиғырҙар йыйынтығы һ.б. авторы. 1890—96 йй. Башҡортостанда йәшәй, ижади эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. Башҡорттар т‑дағы тәьҫораттары Ф. байтаҡ әҫәрҙәре өсөн материал була. “Дала телгә килде” (“Степь сказалась”) романы башҡ. ерҙәрен талау, “Ҡурайсы” (“Курайщик”; икеһе лә — 1897) хикәйәһе урыҫ һәм башҡ. крәҫтиәндәре дуҫлығы темаларына арналған; “Башҡорт далаһында” (“В башкирской степи”; 1895) шиғырҙар китабында край тәбиғәтенең матурлығы, унда йәшәүселәрҙең көнкүреш үҙенсәлектәре һүрәтләнгән. 1901 й. Өфө губернаһында һәм Һамар губернаһында аслыҡтан интеккән крәҫтиәндәр өсөн ашханалар аса. “Ер” (“Земля”; 1905) романында Волга буйында аслыҡ м‑н көрәш т‑дағы тәьҫораттары сағылған.

Әҫәрҙ.: Степь сказалась: роман и рассказ. Уфа, 1981.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.