ФЁДОРОВ Александр Александрович (11.8.1945, Ставрополь ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) СДПИ‑ла уҡыта. 1977 й. алып БДУ‑ла: 1981 й. башлап декан урынбаҫары, 2000 й. — филол. ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1990 й. алып сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге 19 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәй м‑н Европа араһындағы үҙ‑ара әҙәби һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең үҫеше миҫалында культурологияның һәм сит илдәр филол. сағыштырма‑тарихи һәм теоретик проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни эш, ш. иҫ. сит ил әҙәбиәте тарихы б‑са дәреслектәр, вуздар өсөн культурология һәм донъя художество мәҙәниәте б‑са уҡыу әсбаптары авторы.

Хеҙм.: Эстетизм и художественные поиски в английской прозе последней трети XIX в. Уфа, 1993; История мировой художественной культуры от Древнего мира до XVII в.: в 2 ч. Уфа, 2002 (авторҙ.); Введение в теорию и историю культуры. М., 2005.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика